+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Ғинуар 2020, 11:22

Өфөлә яңы завод төҙөлә

Йыл аҙағына баш ҡалала хәүефле булған ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе завод барлыҡҡа киләсәк.

Йыл аҙағына баш ҡалала хәүефле булған ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе завод барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итә республика экология министрлығына ҡараған «РосРАО» федераль унитар предприятиеһе директоры Александр Бегуцкий. БР экология министрлығы белдереүенсә, республикала йыл һайын 80-дән 120 тоннаға тиклем көнкүрештә ҡулланылып, эшлектән сыҡҡан составында терегөмөш булған лампалар, термометрҙар һәм шулай уҡ төрлө батареялар йыйыла. Уның бик аҙ өлөшө генә йыйылып, сит өлкәләләргә сығарып утилләштерелә. Әлеге ваҡытта белеүебеҙсә күп осраҡта өйҙән сығарылған был әйберҙәр ҡый менән сүплектәргә эләгә, шуның менән тәбиғәтте зарарлай.
Читайте нас: