+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Ғинуар 2020, 13:11

Башҡортостан ҡотҡарыусылары тюбингыларҙа шыуыу буйынса кәңәш бирҙеләр

Башҡортостан ҡотҡарыусылары традицион саналар урынына килгән тюбингыларҙың популярлығын белдерҙеләр.

Башҡортостан ҡотҡарыусылары традицион саналар урынына килгән тюбингыларҙың популярлығын белдерҙеләр. «Ватрушкалар» махсус оҫталыҡ, яҡшы спорт формаһын, алдан белгән күнекмәләр, махсус кейем талап итмәй. Әммә ләкин белгестәр тюбингыларҙа шыуыуҙы хәүефле ял итеү төрөнә индерәләр. Саналарға ҡарағанда, тюбингылар тиҙерәк шыуалар һәм тауҙан эйеп төшкәндә ныҡ итеп әйләнеп китеүе мөмкин. Шуға күрә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙ уңында тоторға кәрәк. Тюбингыға күп кеше тейәлергә ярамай. Һәр бер айырым моделдә, мөмкин булған ауырлығы күрһәтелгән. Эйеп төшкән урында туҡтар өсөн байтаҡ урын булырға тейеш. Тау биттәрендә, ағастар үҫеп ултырған ерҙәрҙән шыумағыҙ. Эйергә әҙер булмаған трассаларҙы иң алда соҡорҙарын, үҫкән ҡыуаҡлыҡтарын, таштарын ҡарап сығырға кәрәк. Ҡом, таш булған ерҙән эймәгеҙ. Тюбингылар тиҙ шыуа, шуға күрә тирә-яғығыҙға эйеүселәргә лә иғтибарлы булығыҙ. Шыуыр алдынан алдығыҙҙа кешеләр булмаһын, бигерәк тә балалар. Эскән килеш эймәгеҙ. Тюбингыла ултырған килеш шыуығыҙ. Тюбингыны ҡарғиҙәр квадроцикл, автомобиль кеүек транспортҡа бәйләп эймәгеҙ.
Читайте нас: