РФ Эске эштәр министры юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһын комплектлау буйынса сикләүҙәрҙе алырға ҡушты. «Был һөнәргә беҙ бик яуаплы һәм ҡуйылған бурысты аныҡ үтәүгә һәләтле кешеләрҙе алырға тейешбеҙ», — тине ул.
2017 йылғы указ менән ЮХХДИ составында ҡыҫҡартыуҙар булғайны, әммә юлдарҙа транспорт ағымы көсәйеүе инспекторҙарға көсөргәнеште арттыра, улар ҡайһы бер участкаларҙы күҙәтергә, тәртип һағына баҫырға өлгөрмәй, шуға штатты кире арттырыу мөмкинлеге ҡарала ведомствола.