-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Февраль 2020, 11:27

Ҡышҡыһын да үлән йыялар

Эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса оперуполномоченныйы Илшат Дауытов быйыл беҙҙең район биләмәһендә наркотик һаҡлауға бәйле ике енәйәт асылыуы хаҡында хәбәр итте.

Эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса оперуполномоченныйы Илшат Дауытов быйыл беҙҙең район биләмәһендә наркотик һаҡлауға бәйле ике енәйәт асылыуы хаҡында хәбәр итте.

— Оператив эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә Красная Башкирия ауыл биләмәһендәге баҫыуҙа үлән йыйып йөрөүсе ир тотолдо. Ҡыш уртаһында ҡар кисеп йөрөүен 53 йәшлек ир, «үҙем ҡулланыу өсөн киндер йыйҙым» тип аңлатты. Тартып алынған ҡапсыҡтың ауырлығы 300 грамдан ашты һәм экспертиза был үләндең ағыулы матдә — марихуана булыуын раҫланы. Шул рәүешле хәүефле шөғөлдө үҙ иткән кеше ҙур күләмдә наркотик матдә һаҡлаған тип табылды һәм уға РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһы, 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше асылды. Тикшереү бара.Ошо уҡ биләмәлә йәшәүсе 21 йәшлек егеттең йортонда тикшереү үткәргәндә, шулай уҡ наркотик ҡатнашма табылды. Үҙе ҡулланыу өсөн тип һаҡлаған ҡатнашма әҙ миҡдарҙа булыу сәбәпле, был граждан 6.8-се статьяның 1-се өлөшө буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, — тип һөйләне Илшат Салауат улы.

Наркотик ҡулланып эләккән йәки уның шауҡымында булған килеш урамда йөрөгәндә полиция күҙенә салынған кешеләр үҙәк дауаханаға наркологҡа иҫәпкә ҡуйыла. Әгәр ҡанында наркотик матдә булыуы асыҡланһа, кеше автоматик рәүештә водитель танытмаһынан мәхрүм ителә һәм даими күҙәтеү аҫтына алына. Медицина күҙәтеүенең асылы шунда: ҡабат наркотик ҡулланмауыңды раҫлау өсөн ай һайын махсус анализдар тапшырып торорға кәрәк. Мотлаҡ процедуранан баш тартыусыларҙы асыҡлау ҙа оперуполномочен-ныйҙар иңендә. 14 февралгә тиклем ошо юҫыҡта махсус профилактик сара үткәреп, улар иҫәптә тороп та, дауаханаға бармай йөрөүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу менән шөғөлләнәсәк.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.

Читайте нас: