Ҡоторонған буран арҡаһында берҙәм дежур-диспетчер хзеҙмәтенә Дәүләт, Сиҙәм, Красная Башкирия, Һәйетҡол, Әлмөхәмәт, Салауат ауылдарында свет һүнеүе хаҡында хәбәрҙәр килгән.
Күҙ асҡыһыҙ буран мәлендә Юлдаштан янғын тураһында хәбәр алына. Мейес һалғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлмәү сәбәпле, осҡондар сәсрәп, йорттоң түшәменә ут тоҡанған. Өйгә артыҡ зыян килмәгән, утты тиҙ арала һүндергәндәр.
Покровка — Смеловск юлында йөҙләгән транспорт сараһы ҡамалып ҡалған. Был Агаповка ДРСУ-һы ҡарамағындағы юл участкаһы, әйтеүҙәренсә, ошоға тиклем тейешенсә таҙартылмаған, кисәге буран бында ҡарҙы ныҡлап һалған ғына.
Шулай уҡ Баймаҡҡа ҡараған юлда, йәғни Әлмөхәмәт ауылынан алыҫ түгел урында машина батыуын хәбәр иткәндәр. Бәләгә ҡалғандарға ярҙам итеү ойошторолған.