+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Март 2020, 11:05

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш дәүләт кимәлендә

Ил Президенты В. Путин коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса Дәүләт комитетында эш төркөмө булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эш төркөмөндә 19 кеше була һәм уны Мәскәү мэры Сергей Собянин етәкләй. Унан тыш, төркөм составына беренсе вице-премьер Андерй Белоусов, вице-премьерҙар Татьяна Голикова, Дмитрий Чернышев һәм башҡалар индерелде. Коронавирус осраҡтары асыҡланған төбәктәр етәкселәре лә ошо эш төркөмөнә йәлеп ителәсәк һәм киҫкен саралар планы билдәләнәсәк.
Белеүегеҙсә, Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы COVID-19 вирусы етеҙ таралыу һәм Европа илдәренә лә үтеп инеүе сәбәпле, Ер шарында пандемия иғлан итте.
Фото: Reuters
Читайте нас: