Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә коронавирус таралмаһын өсөн күреләсәк саралар тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, бик күп саралар билдәләнде. Мәҫәлән, 16 марттан алып 20 апрелгә тиклем республикала меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан мәҙәни, спорт, эшлекле саралар үткәрелмәйәсәк.
– Документҡа 20 апрелгә тиклем тип ҡул ҡуйҙыҡ. Тик уның ваҡыты хәлдәргә ҡарап үҙгәреүе ихтимал. Йә оҙайтыласаҡ, йә кәметеләсәк, тине төбәк Башлығы.
Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы коронавирусты иҫкәртеү маҡсатында юғары уҡыу йорттарына студенттарҙы дистанцион белем биреүгә күсерергә тәҡдим итте. Был ҡарар ҙа 16 марттан ғәмәли көсөнә инде.
#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан