-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Март 2020, 10:00

Ҡайһы бер ғибәҙәт ҡылыусылар хажға барыуҙан баш тарта

Коронавирус пандемияһына бәйле хаждың булмауы ихтимал, ҡайһы бер ғибәҙәт ҡылыусылар алдан тәғәйенләп ҡуйған турҙарҙан баш тарта башланы.

Мосолман руханиҙары ҡайһы бер төбәктәрҙә диндарҙарға хажды уңайлыраҡ осорға күсерергә кәңәш бирә. Ләкин туроператорҙар быйыл хаж кампанияһының булырына ышана һәм ғибәҙәт ҡылыусылар менән иҫкәртеү саралары буйынса эш алып барырға әҙерләнә, тип хәбәр итте ТАСС.
Март башында Сәғүд Ғәрәбстаны властары үмрәгә – кесе хажға (ҙур хаждан айырмалы рәүештә, уны йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ҡылырға мөмкин) килгән диндарҙар өсөн сикләүҙәр индерҙе.
Быйыл ҙур хаж 29 июлдә башлана. Башҡортостандан йыл һайын 900-гә яҡын кеше хажға юллана.
«Халыҡ хәүефләнә, коронавирус таралыуына бәйле хаж буламы тип ҡыҙыҡһына. Ҡайһы бер ғибәҙәт ҡылыусылар – улар бик аҙ – барыуҙан баш тартты, документтарын кире алды», — тип Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы Башҡортостан буйынса хаж бүлеге етәксеһе Айрат Йәләлетдиновтың һүҙҙәрен килтерә агентлыҡ
Читайте нас: