РФ Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус пандемияһына бәйле ситтән тороп эшләүгә күсеү ил етәксеһенә ҡағылмай. Уның эш графигы элеккесә ҡала. «В. Путин үҙен яҡшы тоя һәм COVID-19 инфекцияһына тест тапшырыуҙы кәрәкле һанамай», — тине Д. Песков. Билдәле булыуынса, сит илдәр лидерҙары, мәҫәлән, Германия канцлеры Ангела Меркель карантинға сығырға мәжбүр булған.