+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Март 2020, 17:07

Был — мөһим

Социаль хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы COVID-19 инфекцияһын иҫкәртеү буйынса эш биреүселәргә мөрәжәғәт итте

БР Башлығы Указына ярашлы, Башҡортостанда 18 марттан коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йүнәлешендә юғары әҙерлек режимы индерелде.
Ошоға бәйле бөтә эш биреүселәргә уяу һәм иғтибарлы булырға кәрәк.
Республикалағы хәл контролдә тотола. Әммә һәр кем ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡмаһын өсөн үҙе яуаплылыҡ тойорға тейеш.
Инфекцияны әлегә ауыҙлыҡлап булмағанға күрә, оло йәштәге хеҙмәткәрҙәрҙе дистанцион эшкә күсереү уңайлыраҡ булыр. Был шарт йөклө ҡатындарға ла ҡағыла. Дистанцион эшкә күскән кешеләргә Хеҙмәт кодексына ярашлы, бөтә түләмдәр һәм эш хаҡы һаҡлана.
Хеҙмәткәрҙәр эш урынында ҡалған осраҡта, уларҙы һаҡлау, гигиена саралары менән йыһазландырыу мотлаҡ.
Сит илдән ҡайтыусылар үҙҙәренең йортонда ҡалырға һәм вирусҡа тест тапшырырға тейеш.
Читайте нас: