+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Апрель 2020, 11:35

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәш өсөн ярҙам

Башҡортостан коронавирусҡа ҡаршы көрәшеү өсөн федераль бюджеттан 1,23 миллиард һум алды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй хөкүмәте бойороғо буйынса, аҡса яңы шарттарҙа эшләү өсөн дауалау селтәрен әҙерләүгә йүнәлтелә, тип хәбәр итте брифингта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин.
Министр һүҙҙәренсә, аҡса Covid-19 диагнозы раҫланған пациенттар дауаланырға тейешле госпиталдәрҙе йыһазландырыу өсөн тотонола. Шулай уҡ тейешле ҡорамалдар һатып алына һәм кислородҡа тоташтырылған койкалар һанын арттырыу буйынса эштәр финанслана.
Бынан алда Максим Забелин, Башҡортостан дауаханаларында 700-гә яҡын үпкәне яһалма елләтеү аппараты бар, тип белдергәйне. Шулай уҡ портатив аппараттар, наркоз-тын алыу аппараттары бар.
Читайте нас: