+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Апрель 2020, 14:20

Ярамайға ҡарамай

Урамда йөрөмәгеҙ. Район үҙәге буйлап бер нисә төркөм рейдҡа сыҡты.

Республика буйынса коронавирус инфекцияһы арҡаһында тулы изоляция иғлан ителеүе һәр кемгә мәғлүм. Бөтә мәғариф учреждениелары дистанцион белем бирә, күп ойошма-предприятиелар бөтөнләй ябыҡ. Эшләгәндәргә лә тик махсус пропуск менән йөрөргә рөхсәт ителә. Урамға аҙыҡ-түлек, дарыу артынан яҡындағы магазин, аптекаға сығырға мөмкин. Кисекмәҫтән сығыу сәбәбе ашығыс медицина ярҙамына мохтаж булыу ҙа һанала. Башҡа осраҡтарҙа өйҙән сығырға ярамай. Тулы изоляция режимы нисек үтәлә һуң? Юғиһә, ошо көндәрҙә өйҙә ултырып ялҡҡан кешеләрҙең теге йәки был йомош табып урамға сығыуҙары йышайҙы.
Район хакимиәте Асҡар буйлап ойошторған был рейд бер нисә төркөмгә бүленеп эшләне. Полиция, дружинниктар һәм ирекмәндәрҙән торған тәртип һаҡсылары халыҡ күп йөрөгән баҙар, супермаркет тирәләрендә дежур итте. Был эшкә кураторлыҡ итеүсе, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов әйтеүенсә, улар бөтә йәмәғәт ойошмаларына мөрәжәғәт иткән, әммә “Боевое братство” (етәксеһе Рузил Низаметдинов) ойошмаһы ғына ризалыҡ күрһәткән.
Пенсия Фонды идаралығы, почта, үҙәк майҙан, банк, дауахана, аптека, универмаг маршрутында полиция хеҙмәткәре Айытбай Хафизов етәкселегендәге дружинниктар төркөмө эшләне. “Боевое братство” ойошмаһы ағзалары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары Радмир Ғилажев менән Вадим Хәйҙәров, район мәҙәниәт һарайынан ирекмән Радмир Ноғоманов урамда осраған кешеләрҙе туҡтатып ҡайҙа йүнәлеүҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Айытбай Ринат улы изоляция режимын күҙәтеү кәрәклеге һәм ниндәй осраҡтарҙа урамға сығырға мөмкин икәнлеге хаҡында аңлатып, әңгәмә үткәрҙе. Сәбәпһеҙ йөрөүселәрҙең фамилиялары яҙып алынды, беренсе тапҡыр тотолғандар иҫкәртеү менән сикләнде. Әйтергә кәрәк, район үҙәгендә йәшәүселәргә ҡарағанда ауылдарҙан килеүселәр күберәк булды. Банк тирәһендә кеше бигерәк күп, хатта ғәҙәти эш көндәрендәгесә алды машиналар менән тулған. Һаҡлыҡ банкы офисынан сығыусылар аҡса артынан килеүҙәре, кредит, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре хаҡында белдерҙе. Оло йәштәге инәй газ өсөн түләргә кәрәклеген, юғиһә ҡырҡып ҡуйырҙар, шуның өсөн килдем тип аҡланды. 65 йәштән үткәндәргә сығыу бөтөнләй тыйылғанлығы хаҡында аңлатҡас, ҡабат сыҡмаҫҡа һүҙ бирҙе ул. Балалары, яҡындары бындай түләмдәрҙе онлайн түләргә ярҙам итһә лә булыр ине, моғайын. Тағы берәү кредитты тотҡарлағас, банк хеҙмәткәрҙәре көн һайын шылтыратып бимазалай, шуға килдем тине. Теш һыҙлау, балаһы сирләү, укол һалдырыу өсөн дауаханаға мөрәжәғәт иткәндәр ҙә осраны, уларҙың документтары, табибҡа яҙылыу тураһында белешмәләре барлығы-юҡлығы тикшерелде. Паспортын юғалтҡан ир документын яңыртыуҙы хәстәрләп йөрөй. Карантин бөткәнсә түҙмәнегеҙме тигән һорауға штрафтан ҡурҡам тип яуапланы.
Дружинниктар Дауыттан килеүсе ике ҡатынды туҡтатты. Улар икмәк алырға китеп бара икән. Баҡтиһәң, ауылда аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары һатылыусы бер магазин да юҡ. “Исмаһам, ошондай көндәрҙә машина менән икмәк һатыуҙы ойошторһалар яҡшы булыр ине”, — тигән теләк еткерҙе улар.
Урамда осрағандарҙан эшкә китеп йәки ҡайтып барыусылар ҙа булды. Уларҙың махсус пропусктары, документтары тикшерелде һәм тәртиптә икәнлеге асыҡланды. Күптәр битлек менән йөрөй, шулай ҙа үҙҙәрен һаҡламағандар ҙа тап булды. Вирус көндән-көн яҡынайғанда, районыбыҙ менән сиктәш Сибай ҡалаһында сир табылғанда хәүефһеҙлек сараларын инҡар итеү, үҙеңде һәм яҡындарыңды ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу дөрөҫ түгел. Шуның өсөн өйҙә ултырыуҙы дауам итәбеҙ, шулай яҡшыраҡ.
Читайте нас: