+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Апрель 2020, 14:47

Урманда ут сығармайыҡ

Ер ҡарҙан әрселеп, йәшел үлән баш ҡалҡытҡанға тиклем урмандарҙа янғын хәүефе арта.

Ер ҡарҙан әрселеп, йәшел үлән баш ҡалҡытҡанға тиклем урмандарҙа янғын хәүефе арта. Айырыуса кеше ҡоро үләнде яндырып, биләмәне таҙартам тип, ут сығарып ебәрә. Бөтә ауыл биләмәләрендә лә яҙғыһын урман, ялан янғындары йыш теркәлә.

Үкенескә ҡаршы, бөтәһе лә сүп-сар яндырыуҙың ни тиклем ҡурҡыныс икәнлеген аңламай. Бындай ғәмһеҙлек тәбиғәткә, үҫемлек һәм хайуандар донъяһына ҙур зыян килтерә.

Яҙғы-йәйге осорҙа ут менән айырыуса һаҡ булығыҙ. Ҡоро үләнгә яңылыш ҡына ырғытылған бер шырпы йәки һүнмәгән тәмәке төпсөгө ҡот осҡос эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.

Ҡапҡа эсендә сүп-сар яндырырға уйлаһағыҙ, ул һарай, торлаҡтан 50 метр алыҫлыҡта, махсус булдырылған урында башҡарылырға тейеш. Утты даими күҙәтеп торорға һәм уның янында усаҡты һүндереү өсөн һыу тултырылған һауыт ултыртырға кәрәк.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған кешеләргә ҡарата административ яуаплылыҡ ҡаралған. РФ Административ кодексына ярашлы, ярамаған урында усаҡ яғып, янғын хәүефе тыуҙырған кешеләргә ҡарата 2 меңдән 3 мең һумға тиклем, вазифауи кешеләргә 6 меңдән 15 мең һумға тиклем, эшҡыуарҙарға 20 меңдән 30 мең һумға тиклем штраф һалына.

Янғын осрағында шылтыратыу өсөн берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте һандары: 112, 101.

В. БАТАЛОВ,

берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте етәксеһе.
Читайте нас: