+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Апрель 2020, 12:05

Президент ракета-космос тармағының өҫтөнлөклө йүнәлешен билдәләне

Владимир Путин илдең оборона сәнәғәте предприятиеларындағы хәл-торош буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Милли иҡтисадтың төп секторҙарының береһе булған ракета-космос тармағы туҡтауһыҙ эш, өҙлөкһөҙ алға барыуҙы талап итә, тип билдәләне Президент. Был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эше туҡтатыла алмай, шуға бөгөнгө хәлдә уларҙың хәүефһеҙлеген тулы кимәлдә тәьмин итеү мотлаҡ. В. Путин пилоттарҙы йыһанға осороп, тикшеренеү эштәрен дауам итеү программаһы туҡтатылмаясағы хаҡында әйтте. “Был йүнәлеш Рәсәй космонавтикаһының көслө яғы һәм ошо тармаҡта лидерлыҡты һаҡларға тейешбеҙ”, — тине ул. Яңы космос карабын һынау 2023 йылға билдәләнгән. Ошо датанан тайыпылмау өсөн тармаҡҡа инвесторҙар йәлеп итеү ҙә күҙаллана.
Читайте нас: