Улар буйынса һигеҙ маршрут раҫланған. Маршруттарҙың дөйөм оҙонлығы 4600 километрҙан ашып китә. Ведомствола билдәләүҙәренсә, урмандарҙы авиапатрулләү маршруттары урман янғындары булыуға, шулай ук һауа шарттарына ҡарап, үҙгәрергә мөмкин.
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫлаған “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Башҡортостан урмандарының төп өлөшө республиканың тау-урман өлөшөндә урынлашҡан, шуға күрә беренсе осош Өфө-Инйәр-Белорет-Учалы маршруты буйынса үтте.
Авиация разведкаһы урман янғындарын, уларҙың таралыу йүнәлештәрен оператив асыҡларға, янғындарҙы һүндереүгә көстәрҙе һәм сараларҙы координациялауға ярҙам итә. Әлеге ваҡытта республиканың урман фонды территорияһында янғындар асыҡланмаған.
Урман янғындарына йәки урман закондарына ҡағылышлы хоҡуҡ боҙоуҙарҙы күргәндә Урман хужалығы министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк: 8 (347) 218-14-14. Урман һаҡлау хеҙмәтенең тура линия телефоны: 8-800-100-94-00.