+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Апрель 2020, 11:28

Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле башланды

Республиканың Урман хужалығы министрлығы 20 апрелдән Башҡортостан урмандарында янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуы тураһында иғлан итте.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республиканың Урман хужалығы министрлығы 20 апрелдән Башҡортостан урмандарында янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуы тураһында иғлан итте.
Көндәр йылыныу менән республикала термонөктәләр һаны артыуы күҙәтелә.
Үткән 2019 йылда республиканың урман фонды биләмәһендә 2232 гектар майҙанда 160 урман янғыны, шул иҫәптән 1134 гектар майҙанда 11 ҙур янғын теркәлгән. Шуларҙың 32 осрағында халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы сәбәп булған. Урман янғындарын һүндереү эштәрен башҡарыуға сығымдар 6 миллион һум тәшкил иткән.
Читайте нас: