+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Апрель 2020, 11:43

Мутлашыусылар пандемия мәлендә нисек аҡса эшләй?

Беҙ шундай көслө мәғлүмәт ағымында йәшәйбеҙ, барыһын да уҡып, ҡарап өлгөрөү мөмкин дә түгел.

Беҙ шундай көслө мәғлүмәт ағымында йәшәйбеҙ, барыһын да уҡып, ҡарап өлгөрөү мөмкин дә түгел. Яңылыҡтар һәр ерҙән ағыла – телевизорҙан, гәзиттәрҙән, радионан, социаль селтәрҙәрҙән. Улар шул тиклем күп, ҡайһыһы – дөрөҫ, ҡайһыһы ялған булыуын тикшерергә өлгөрөп тә булмай. Был хәл менән һәр төрлө мутлашыусылар, алдаҡсылар бик оҫта файҙалана.

Коронавирусҡа бәйле тыуған ҡатмарлы хәл, ығы-зығы ышығында был намыҫһыҙҙар кешеләрҙе, тәү сиратта пенсионерҙарҙы алдай. Берәүҙәре оятһыҙ рәүештә аҡса талай, икенселәре кешеләрҙең аңын бутап, паника тыуҙыра, ә үҙҙәре ситтән ҡарап ҡыуана.Беҙ һуңғы ваҡытта ныҡ таралған фейктарҙы һәм мутлыҡ алымдарын барланыҡ. Улар хаҡында мотлаҡ оло йәштәгеләргә, яңғыҙаҡтарға һөйләгеҙ!


1. Һеҙгә «вирустан зыян күргән өсөн» компенсация тейеш

Мутлашыусылар телефондан шылтырата һәм үҙҙәрен банк, социаль тәьминәт, Пенсия фонды хеҙмәткәре һ.б. тип таныштыра. Улар һеҙгә ҙур ғына суммала компенсация йәки матди ярҙам тейеш булыуы хаҡында белдерә. Уны күсереү өсөн банк картаһының номеры һәм арт яғындағы өс һан кәрәк, тиҙәр. Йәки «Путин булдырған пособиены тейешенсә тәғәйенләү өсөн күпмелер аҡса түләргә кәрәк», тип белдерәләр.

Нимә эшләргә. Таныш булмаған кешеләргә ишек асмағыҙ, телефондан да һөйләшмәгеҙ. Мутлашыусылар кеше психологияһын бик яҡшы белә, улар өсөн тәүге бәйләнеште булдырыу ғына мөһим: артабан һеҙҙең ышанысты яулап алалар һәм рәхәтләнеп башты бутайҙар.

Бер ҡасан да, бер кемгә лә, ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, банк картағыҙҙың иҫәбен һәм өс һандан торған кодын әйтмәгеҙ. Уларҙы белгән кеше еңел генә һеҙҙең иҫәпкә инә һәм теләгән сумманы сисә ала. Банк хеҙмәткәрҙәренә бындай мәғлүмәт кәрәкмәй. Улар кемгә шылтыратыуын яҡшы белә һәм барлыҡ реквизиттарығыҙҙы күрә. Ниндәйҙер пособие һәм ташлама юллау өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй, пенсионерҙарға һәм ветерандарға барлыҡ түләүҙәр тейешле органдар тарафынан тәғәйенләнә!


2. Изоляция режимын боҙған өсөн штраф түләргә тейешһегеҙ

Урамда йәш кешеләр икмәк һатып алырға сыҡҡан ололарҙы туҡтатып, «рөхсәт ителмәгән мәлдә урамға сыҡҡан өсөн» штраф түләүҙе талап итә. Шулай уҡ кешеләрҙең телефондарына таныш түгел номерҙарҙан «геолокация күрһәтеүенсә, һеҙ карантин режимын боҙғанһығыҙ, ошо номерға 4000 һум аҡса һалырға тейешһегеҙ» тигән йөкмәткеле смс-хәбәрҙәр килә. Талапты үтәмәгән осраҡта, енәйәт эше асыу менән ҡурҡытырға ла тартынмайҙар.

Нимә эшләргә. Урамда бәйләнеүселәрҙе фотоға төшөрөргә тырышығыҙ, мәғлүмәтте полицияға ебәрәсәгегеҙҙе әйтегеҙ, ә смс-хәбәрҙәргә бөтөнләй иғтибар итмәгеҙ. Эйе, бөгөн закон буйынса күптәр өйҙә ултырырға һәм ашығыс йомоштары менән генә урамға сығырға тейеш. Әммә штрафты суд ҡына һала ала! Полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ҡайһы бер чиновниктар протокол ғына төҙөй һәм уны суд ҡарамағына тапшыра. Штрафтар тик банк аша түләнә. «Алыусы» тигән графала бер кемдең дә исем-шәрифе йәки берәй компания түгел, ә «бюджет» тигән һүҙ күрһәтелә.


3. Коронавирустан дезинфекция һәм прививка эшләтергә кәрәк

Фатирҙар буйлап аҡ комбинезон, битлек, күҙлек кейгән, сумка аҫҡан мутлашыусылар йөрөй башланы. Улар фатирҙы коронавирустан дезинфекциялау алымы тәҡдим итә. Был «хеҙмәт» яҡынса 5000 һум тора. Ҡайһы бер алдаҡсылар үҙҙәрен «табип» тип таныта һәм сирҙән түләүле вакцинация яһарға, анализдар алырға тәҡдим итә.

Нимә эшләргә. Үрҙә, беренсе пунктта яҙылғанса, ишекте асмаҫҡа, фото төшөрөргә һәм полицияға ебәрергә. Санэпидемстанция подъездарға ғына дезинфекция сараһы үткәрә. Фатирҙар буйлап йөрөүселәр – мутлашыусылар! Коронавирустан вакцина әлегә юҡ, ә тестарҙы дауаханаларҙа һәм ҡайһы бер шәхси лабораторияларҙа ғына эшләйҙәр. Фатирға инеп нимә һиптереп, кешегә ниндәй вакцина ҡаҙап сығаларҙыр – быны мут әҙәмдәр үҙҙәре генә белә.


4. Барыһын да йәшерәләр, беҙ бөтәбеҙ ҙә үләсәкбеҙ

Ватсап һәм социаль селтәрҙәрҙә кешеләр эмоциялар менән тулы постар яҙа, кемдеңдер «Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы танышы», «дауаханала эшләгән әсәһе» йәки «Ашығыс ярҙам»дағы дуҫы» һөйләүенсә, «власть ысын хәлде йәшерә, кешеләр үлә, сирләүселәр һаны бер нисә тапҡырға күберәк» тигән хәбәрҙәр тарата һ.б.

Нимә эшләргә. Рәсми мәғлүмәттәргә генә ышанығыҙ, интернетта яҙылған, кемдәндер килгән хәбәрҙәрҙәге ысынды ялғандан айырырға өйрәнегеҙ. Ундай ҡурҡыныс фейктарҙың авторҙары дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек теләмәй, уларҙың маҡсаты – ябай халыҡ араһында паника тыуҙырыу.

Һуңғы йылдарҙа «фейк-ньюс»тар ташлау менән кешеләрҙе ҡурҡытыу технологияһы ҡулланыла. «Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы әхирәттәр» Кемероволағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәге янғанда ла «тау булып өйөлгән мәйеттәр» тураһында хәбәр итте, «Өфөнөң һыу селтәренә ағыу эләгеү» менән ҡурҡытты, Башҡортостандың баш ҡалаһына «танктар индерҙе» һәм башҡа кеше ышанмаҫлыҡ хәбәрҙәр уйлап сығарҙы. Йәки бына һуңғы фейк-яңылыҡ: йәнәһе дауаханаларҙың береһендә табиптар асыға, уларға бер нимә лә алып килмәйҙәр, дарыуҙар юҡ, табиптарҙың кемеһелер аҡсалата ярҙам һорай. Журналистар тиҙ арала асыҡлауынса, дауаханала барыһы ла яҡшы, күрһәтелгән телефон – ялған номер, ә табип ҡайҙалыр «мөрәжәғәт итеүе» хаҡында бөтөнләй белмәй булып сыҡты. Бындай миҫалдарҙы тиҫтәләп килтерергә була, һәм уларҙың береһе лә раҫланманы!

Коронавирус буйынса көнүҙәк һәм дөрөҫ мәғлүмәтте рәсми киң мәғлүмәт сараларынан, стопкоронавирус.рф сайтынан һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көн һайын уҙғарған брифингтарҙан белергә мөмкин. Уларҙы тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы күрһәтә. Башлана 15.00 сәғәттә.

Читайте нас: