+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Апрель 2020, 13:05

Техниканың төҙөк булыуы шарт

Йыл башынан районда дәүләт техник тикшереүе инспекцияһы графигына ярашлы тракторҙарға, уларға тағылмаларға техник тикшереү бара.

Йыл башынан районда дәүләт техник тикшереүе инспекцияһы графигына ярашлы тракторҙарға, уларға тағылмаларға техник тикшереү бара.

— Ғәҙәттә был эште хужалыҡтар, фермерҙарҙан башлайбыҙ. Иң элек уларҙың яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ техникаһы, тағылмалары тикшерелә, — тип таныштыра район инспекцияһы эше менән уның етәксеһе Ҡасим Тайсин. — Хужалыҡтарҙан йылдағыса «Красная Башкирия» ауыл хужалығы предприятиеһының, «Башаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең техникаһының яҡшы әҙерләнеүен билдәләп үтер инем. Фермерҙар Владимир Серпков, Әсғәт Тайсин, Фәрит Малыбаев, Сергей Старцев, Хәлфәт Ниғмәтйәнов, Вәкил Ниғмәтуллин һәм Фәнис Йосоповтар юғары әҙерлек күрһәтте. Бөгөн хужалыҡтарҙа 273 үҙйөрөшлө машина һәм уларға тағылмалар теркәлгән, шуларҙың 190-ы тракторҙар, унауһы — юл-төҙөлөш машиналары, туғыҙы башҡа төр техника һәм 64 тағылма. Техник тикшереү булған бөтә техника һәм тағылмаларға тулыһынса үткәрелде, уларҙың әҙерлеге 90 процент тәшкил итте. Ошо арала асыҡланған етешһеҙлектәр бөтөрөлөп, тикшереү үтә алмаған тракторҙар ҡайтанан ҡараласаҡ.

Ғөмүмән, сәсеү, был кампания алдынан тупраҡты эшкәртеү кампанияһында ҡатнашҡан бөтә төр техника тикшереүҙе уңышлы үткән. Район предприятие-ойошмаларынан «Информтехника», «Спецстрой», «Әбйәлил урманы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, ДРСУ, Урал аръяғы УЭМВС-ының Әбйәлил филиалы, «Әбйәлил урман хужалығы» ла техникаһын һәм тағылмаларын тикшереүгә әҙерләүгә етди ҡараған.

Ҡасим Васил улы әйтеүенсә, баланстарында тракторҙары булған мәғариф учреждениелары, шул иҫәптән Урал аръяғы колледжының Әбйәлил филиалы техниканы әҙерләүгә етди ҡарамайҙар, уларҙа етешһеҙлектәргә юл ҡуйыла. Был мәсьәләлә йыл һайын Ишҡол, Хәлил, Гусев мәктәптәре генә ыңғай һөҙөмтә күрһәтә икән.

Хәҙерге мәлдә ауыл биләмәләрендәге шәхси ҡулдарҙағы тракторҙарға техник тикшереү башланған. Шаршамбыла тәүгеләрҙән булып тикшереү Асҡар ауыл биләмәһендә үтте.

— Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте халҡы техникаһын яҡшы әҙерләгән. Бында «Техник тикшереү йомғаҡтары буйынса иң яҡшы тракторсы» конкурсын иғлан иттеләр. Һәм һөҙөмтә лә бар, тракторҙар, тағылмалар барыһы ла тикшереүҙе лайыҡлы үтте, еңеүселәр билдәләнде, — ти Ҡасим Васил улы.

Шулай итеп, конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урын Айбулат Зәйнуллинға бирелде һәм ул Асҡар ауыл биләмәһенең иң яҡшы тракторсыһы тип табылды. Икенсе урында Вәлит Мөхәмәтйәров билдәләнде, Миңнулла Зиннәтов — өсөнсө урында. Уларға Асҡар ауыл биләмәһенең маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Асҡар ауылындағы «Тракторист» магазины хужаһы Евгений Степанов Айбулат Сәйетғәлин менән Әхмәт Аҫылғужинға үҙенең магазинынан алмаш өлөштәр һатып алыуға сертификаттар тапшырҙы.

— Бөтә донъяны коронавирус пандемияһы баҫып алһа ла, беҙҙең инспекцияның эше туҡтамай. Сөнки беҙ хәүефһеҙ эште тәьмин итергә бурыслыбыҙ. Артабан тикшереүҙәр ауыл биләмәләрендәге шәхси тракторҙар буйынса дауам итәсәк һәм шул уҡ ваҡытта был тәңгәлдә закон боҙоусыларҙы, йәғни техникаларын иҫәпкә ҡуймағандарҙы асыҡлау эше алып барыласаҡ, — ти Ҡ. В. Тайсин. — Тағы шуныһы, башҡа ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ла ошо тәңгәлдә эште һөҙөмтәлерәк ойоштороуға булышлыҡ итеп, төрлө конкурстар ойошторһалар яҡшыраҡ булыр ине. Был тәңгәлдә Хәлил, Байым, Рауил ауыл биләмәләре башлыҡтарының ыңғай тәжрибәһе бар.

Район буйынса техник тикшереү үткәреү графигы менән райондың һәм ауыл биләмәләренең рәсми сайттарында танышырға мөмкин. Ауыл биләмәләре хакимиәттәренә трактор хужалары исеменә, тикшереүҙе үткәреү ваҡытын күрһәтеп, түләүгә квитанциялар ебәрәлгән.

Шулай уҡ май айында хужалыҡтарҙың, фермерҙарҙың мал аҙығы әҙерләү техникаһы тикшереләсәк, унан инде июль аҙағында ураҡ эштәрендә ҡатнашасаҡ бөтә төр үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмаларға ла сират етәсәк.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: