Асфальт һәм бетон юлдарҙан тыш, милли проект һөҙөмтәһендә республикала 248 юл билдәһе, 1200 метр майҙанда йәйәүлеләр өсөн ҡоймалар, 23 светофор объекты ҡуйыласаҡ. 12,33 саҡрым араға капиталь ремонт яһау, 2,96 километрҙа үҙгәртеп ҡороу эштәре башҡарыу, дөйөм оҙонлоғо 1,839 саҡрымлыҡ яңы юлдар эшләү ҡаралған. Тағы өс автоматик үлсәү контроле пункты ҡуйыласаҡ. Өҫтәүенә фото- һәм видеотеркәү камералары артасаҡ.
Был маҡсаттарға барлығы 7 324,7 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған. Уларҙың 2 223 миллион һумы федераль бюджеттан финансланасаҡ. 2020 йылда ете муниципалитетта – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында, Иглин, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында милли проект бурыстары тормошҡа ашырыла.
"Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты объекттарында эш ғәҙәттәгенән ике-өс аҙна алдараҡ башланды, – тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев. – Бөгөн подрядсылар 107 объекттан 17-енә сыҡты. Быға уңайлы тәбиғәт шарттары ғына түгел, конкурс процедураларын ваҡытында үткәреү ҙә булышлыҡ итте".