+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Май 2020, 10:10

135 мең битлек таратасаҡтар

Башҡортостанда #МаскаВПомощь республика акцияһы дауам итә. Уның барышында төбәктең 23 ҡалаһында һәм ҡала биләмәләрендә кешеләр 135 000 медицина битлеген бушлай аласаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда #МаскаВПомощь республика акцияһы дауам итә. Уның барышында төбәктең 23 ҡалаһында һәм ҡала биләмәләрендә кешеләр 135 000 медицина битлеген бушлай аласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, 12 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә, республика битлек һатып алыу өсөн аҡса бүлергә һәм ирекмәндәр тарафынан уларҙы мохтаж булған, бигерәк тә оло йәштәгеләргә таратып бирергә әҙер, тип белдергәйне. Төбәктә әлеге ваҡытта 150 мең битлек өләшелгән дә.
Республика акцияһына ярашлы, медицина битлектәрен алған тәүге ҡалаларҙың береһе – Өфө. Уның ете районының һәр ҡайһыһына бишәр мең һаҡланыу сараһы еткерелгән, уларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитетының “Беҙҙең хәстәр” проекты ирекмәндәре, Ирекмәндәр хәрәкәтенең республка үҙәге, йәштәр ойошмалары вәкилдәре йәмғиәт урындарында өләшә.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: