+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Май 2020, 11:20

Аҡыллы светофорҙар сафҡа баҫасаҡ

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә юлдағы тығындарҙы кәметеү ысулдарын эҙләйҙәр.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Шуларҙың береһе булып «Йәшел тулҡын» проекты тора. Уның асылы — водителдәрҙе мөмкин тиклем күберәк светофорҙарҙың йәшел уты аша үткәреү, йәғни бер маршрут дауамында туҡтатыусы ҡыҙыл төҫтәге сигнал ваҡытын контролгә алыу.
«Йәшел тулҡын» яһалма интеллект нигеҙендә эшләй. Был система юлда булған автомобилдәр тураһында ГЛОНАСС аша мәғлүмәт туплай, уларҙың тиҙлеген, һанын билдәләй һәм водителдәргә уңайлы маршруттар тәҡдим итә.
Читайте нас: