+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Май 2020, 11:30

Банк карталарына «һунар» асылды

Һуңғы осорҙа күптәрҙең телефонына ниндәйҙер билдәһеҙ һандарҙан йә Мәскәү ҡалаһы коды менән булған телефондан шылтыратыуҙар күбәйҙе.

Һуңғы осорҙа күптәрҙең телефонына ниндәйҙер билдәһеҙ һандарҙан йә Мәскәү ҡалаһы коды менән булған телефондан шылтыратыуҙар күбәйҙе. Шулай уҡ аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла «900» һанынан шылтыратыу яңғырай. Улар, нигеҙҙә, анһат юл менән аҡса эшләргә теләүсе мутлашыусылар икәнлеген хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Шылтыратыуҙарға йәки бөтөнләй яуап бирмәгеҙ, һөйләшкән осраҡта ла «трубка»ның теге яғындағы кешегә бер ниндәй шәхси мәғлүмәтегеҙҙе әйтмәгеҙ.

Яңыраҡ Асҡарҙа йәшәүсе ҡатын мут әҙәмдәрҙең мәкерле тоҙағына эләгә. Уның кеҫә телефонына шылтыратҡан билдәһеҙ кеше үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштыра һәм «Һеҙҙең картала булған аҡсаны кемдер сисергә маташа, быға юл ҡуймау маҡсатында, аҡсағыҙҙы картанан алып, икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәк», — тип тәҡдим итә. Яңы иҫәп асыу өсөн телефон һандарын хәбәр итә. «Һеҙгә яңы банк картаһы асылғас та, аҡсағыҙ шунда һалынасаҡ, был турала айырым шылтыратып әйтербеҙ», — ти ул яғымлы тауыш менән. «900» һанынан шылтыратыу булһа «Да» тип яуап бирергә кәрәклеген дә өйрәтә.

Үҙ аҡсаһын юғалтыуҙан ҡурҡҡан, ҡапыл ҡаушап ҡалған райондашыбыҙ мутлашыусыларҙың әйткән һәр һүҙен үтәй һәм... 160 мең һумдан ҡолаҡ ҡаға. Шунан ғына ул яуыз уйлы кешеләргә тарығанлығын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә. Әммә илдең икенсе осонан шылтыратып, һеҙҙең банк карталарығыҙға «һунар» асҡан енәйәтселәрҙе асыҡлауы үтә ауыр.

Бындай күңелһеҙ хәлдәргә эләкмәҫ өсөн белмәгән кешеләргә паспорт һандарын, банк картаһы номерҙарын бер ҡасан да әйтмәгеҙ. Банктарҙың хәүефһеҙлек хеҙмәте бер ваҡытта ла шәхсән шылтыратмай, карталарҙан аҡса сисеүҙе күҙәтеп барыусы хеҙмәт бөтөнләй юҡ, был һүҙҙәргә ышанмағыҙ. Шәхси иҫәптә ятҡан аҡсағыҙ буйынса ниндәйҙер һорауҙар килеп тыуа икән, мотлаҡ банк офисына барып хәл итегеҙ, телефон аша түгел.

Г. ЙӘНБИРҘИНА,

тәфтишсе.
Читайте нас: