+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Июнь 2020, 01:55

Ағымдағы йәйҙә Башҡортостанда 113 пляж асыла

Быйыл республиканың һыу ятҡылыҡтарында ял итеүселәрҙең күбәйеүе көтөлә.

Быйыл республиканың һыу ятҡылыҡтарында ял итеүселәрҙең күбәйеүе көтөлә. Был хаҡта йәйге осорҙа граждандарҙың һыу объекттарындағы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса уҙған брифингыла хәбәр ителде.
“Сит тарафтарға ял итергә йөрөүҙө сикләүҙәр арҡаһында республиканың һыу объекттарында ял итеүселәрҙең артыуы көтөлә. Һыуҙа бәлә-ҡазалар булмаһын өсөн МЧС һәм муниципалитеттар менән берлектә профилактик саралар планлаштырылды. Быйыл бөтәһе 113 пляжды асасаҡбыҙ”. – тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Һыу инергә рөхсәт ителгән пляждарҙың ҡайҙа урынлашыуын Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтындағы интерактив картала танышырға мөмкин.
Һыуҙағы бәхетһеҙ осраҡтарҙы профилактикалау сиктәрендә ҙур эш башҡарыла. Әммә хәүефһеҙлек тәү сиратта граждандарҙың үҙҙәренән тора. Махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә кәңәш ителә. Һыуҙа ял иткндә иҫерткес эсемлектәр ҡулланырға ярамай. Шулай уҡ балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Былтыр республика һыу ятҡылыҡтарында 83 кеше һәләк булған.
Читайте нас: