+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Июнь 2020, 18:30

Балаларҙың юл-транспорт аварияларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү үҙәге

Ошо көндәрҙә Өфөлә балаларҙың йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү буйынса үҙәк асылды.#ВладимирПутин

Үҙәк ил башлығы В. Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған. Был учреждение балаларҙың юл-транспорт аварияларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү буйынса эшмәкәрлекте фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү һәм координациялау һәм шулай уҡ төрлө профилактик саралар үткәреү маҡсатында булдырылған.
Республиканың уҡыусы йәштәр мәҙәниәт үҙәге базаһында төҙөлгән был уҡыу йортон тантаналы асыуҙа ресепубликаның мәғариф министры Айбулат Хажин, ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов һәм башҡалар ҡатнашты.
Был көндө үҙәккә бүләккә микроавтобус баазаһында махсус ҡорамалдар һәм күргәҙмә әсбаптар менән йыһазландырылған мобиль тренажер комплексы бирелде.
–Бөгөн уҡыусылар араһында “Педалдәрҙе әйләндер” флешмобы бара. Бынан тыш, “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең башҡорт талисманы” ижади конкурсы иғлан ителде, еңеүсе 3 июлдә билдәләнәсәк. Шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында шиғырҙар бәйгеһенә аҙна һайын йомғаҡ яһала, – тип һөйләй үҙәк етәксеһе Эльвира Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: