+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Июнь 2020, 11:10

Арктика тәбиғәте хәүеф аҫтында

— Норильскиҙа килеп тыуған хәл — федераль кимәлдәге экологик фажиғә, — тине РФ Президенты Владимир Путин.#ВладимирПутин

29 майҙа Норильск ҡалаһындағы ТЭЦ биләмәһендә резервуарҙың туҙыуы арҡаһында 21 мең тонна дизель яғыулығы ағып сығып, тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерҙе. Росприроднадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, майлы яғыулыҡтың 6 мең тоннаһы ергә, 15 мең тоннаһы һыуға ағып төшкән. “Ҡорамалдарҙы һәм резервуарҙарҙы ваҡытында тикшереп, ремонтлап торған булһағыҙ, бындай ҙур зыянға юл ҡуйылмаҫ ине”, — тип, Президент, экологик хәлде үҙ контроле аҫтына алды һәм предприятие етәкселәренә етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты. “Һеҙ был предприятиела шәхсән эшләйһегеҙҙер, акцияларҙың контроль пакетын тотоусы ғына булып тормайһығыҙҙыр, тип ышанам. Сөнки вайымһыҙлыҡ арҡаһында кешеләрҙең һаулығы, Арктиканың нескә тәбиғәте ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылды”, — тине ул. Хәлде тикшереүгә Тәфтиш комитеты ла, Генераль прокуратура ла ҡушылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса күләмле эш башланы. “Норникель” етәксеһе В. Потанин яғыулыҡты йыйыу өсөн яңы резервуарҙар әҙерләнеүе тураһында хәбәр итте һәм быны эшләү өсөн яңы технологиялар ҡулланыласаҡ, тип белдерҙе.
Фото: ТАСС
Читайте нас: