+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Июнь 2020, 12:53

Граждандар йәмғиәтендә экстремизмды профилактикалау

Экстремизм донъяла күп илдәр алдында торған глобаль проблемаларҙың береһе. Әлеге мәсьәләне хәл итеүҙә дәүләт кенә түгел, йәмғиәт тә сәйәси, ойоштороу, идеологик һәм әхлаҡи саралар күрергә тейеш.

Экстремизм донъяла күп илдәр алдында торған глобаль проблемаларҙың береһе. Әлеге мәсьәләне хәл итеүҙә дәүләт кенә түгел, йәмғиәт тә сәйәси, ойоштороу, идеологик һәм әхлаҡи саралар күрергә тейеш.
Был тәңгәлдә төп көстө профилактик эштәргә — экстремистик ағымдар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итеүсе сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы ваҡытында асыҡлауға һәм бөтөрөүгә йүнәлтеү зарур. Бай мәҙәниәтле һәм тарихлы, күп милләтле Рәсәй өсөн халыҡтар араһында татыулыҡ, дини түҙемлелек һаҡлау көнүҙәк. Сөнки нәҡ ошо юҫыҡта йәмғиәттә социаль көсөргәнеш, этник һәм конфессия-ара конфликттар, илдең хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янаусы сепаратизм һәм милли экстремизм тыуыусан.
Экстремизм һәм терроризмды профилактикалау, эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда, күпкә отошлораҡ. Махсус хеҙмәттәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары уларға ҡаршы профессиональ алымдар менән төплө көрәш алып бара. Сөнки ниндәй ҙә булһа ябай гражданин бомбаны көсһөҙләндереү йәки үҙ-үҙҙәрен ҡорбан итергә әҙер булған террорсылар менән һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығына эйә түгел.
Әммә шуны ла аңлар кәрәк: экстремистик һәм террористик уйҙар ул кешеләрҙең башында буштан-буш барлыҡҡа килмәй. Тота килеп берәү ҙә экстремист булмай. Үткәндәрендә улар ҙа беҙҙең кеүек кешеләр булған. Йәмғиәткә ҡаршы юлға баҫҡанға тиклем улар күп этаптар аша үткән. Шул этаптарҙың береһендә беҙ уларҙы күреп, ярҙам итә алабыҙ. Бәлки, яныбыҙҙа берәү бәхетһеҙ, яңғыҙ, кәмһетелеп ғүмер кисерәлер, ярҙамға мохтаждыр. Әгәр ошондайҙарға ваҡытында иғтибар бүленһә, улар кире юлға аяҡ баҫмаҫ та ине. Йыш ҡына туғандары улдарының йәки ҡустыһының, башҡа яҡынының ниндәйҙер радикаль көйләнгән социаль төркөмдәргә юлығыуын белмәй ҙә. Иғтибар етмәүе, битарафлыҡ күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә лә инде.
Хәүеф төркөмдәренә бигерәк тә тормош һурпаһын татымаған, социаль тәжрибәгә эйә булмаған йәштәр, имен булмаған ғаиләләрҙә йәки йәбер-золомға дусар булған, психологик йәрәхәт кисергән, йәмғиәттә тотороҡло урынын юғалтҡан кешеләр ҡарай. Депрессия, наркотик һәм алкоголь бәйләнгәнлек, психикалағы етешһеҙлектәр ҙә ихтыярҙы һындырыу көсөнә эйә.
Әгәр һеҙ ниндәйҙер сәйер күренештең шаһиты булһағыҙ, нимә эшләргә? Әйтәйек, яңы күршеләрегеҙ шик тыуҙыра, ташландыҡ келәттәрҙә, гараждарҙа таныш булмаған кешеләрҙең йыйылышыуын күрҙегеҙ, ти. Йә иһә хеҙмәттәшегеҙ, күршегеҙ йәки элекке класташығыҙҙың ҡайҙалыр юғалып тороуы, сәйерерәк һөйләшеүе, икенселәй итеп кейенә башлауы борсолдорамы? Был кешегә ҡул һелтәп ҡарамағыҙ. Уның нимә менән шөғөлләнеүе тураһында һорағыҙ, реакцияһына иғтибар итегеҙ. Әгәр шигегеҙ көсәйһә, туғандары менән һөйләшегеҙ йәки полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Террорсылар менән көрәш, эйе, махсус хеҙмәттәр эше. Ә беҙ, граждандар йәмғиәтенең ағзалары булараҡ, әйләнә-тирәбеҙҙәге кешеләргә, уларҙың ҡылыҡтарына ҡарата иғтибарлыраҡ булайыҡ. Был һәр саҡ көнүҙәк һәм экстремистик идеяларҙың таралыуынан, хатта кешелек ҡорбандарынан йолоп ҡаласаҡ. Һәр кем террорға һәм экстремизмға ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индереү көсөнә эйә.
Экстремизм һәм террорға әйҙәүселәрҙең, ҡотҡо таратыусыларҙың 8 төп билдәһен хәтерҙән сығармағыҙ:
«Мин һиңә ярҙам итергә теләйем...» — таныш булмаған кеше, дуҫтарса мөнәсәбәт булдырып, тормоштағы буш урынды биләргә ынтыла;
«Барыһы ла дошмандар!» – социумдың ҡаршы булыуын, бөтәһенең дә дошман булыуын аңға һеңдерергә тырыша;
«Алла һинең менән...» — йыш ҡына әңгәмәне дини юҫыҡта ҡора;
«Ғүмер үтеп бара. Ә һин һаман файҙалы бер нимә лә эшләмәгәнһең» — комплекстарға һәм ҡурҡыуҙарға баҫым яһай;
«Һин һайлап алынған кеше!» — айырым йәмғиәткә ҡарауҙы дәлилләй, кейем йәки китап кеүек атрибутика тәҡдим итеүе мөмкин;
«Ҡатмарлы һорауҙарға әҙер яуаптар» – дөйөм төшөнсәләрҙең асылын үҙгәртеп, әҙер образдар һәм мәғәнәләр тәҡдим итә;
«Үс алыу» — йәмғиәттә ғәҙеллек юҡ тип ышандырып, ғәйеп, бурыс һәм үс алыу тойғоларын уята;
«Эмоциональ хәлгә йоғонто яһау» — йәки тулыһынса килешә, йәки барыһын да ғәйепләп маташа.
Читайте нас: