-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Июнь 2020, 12:13

Ут сыҡҡанда һәр секунд ҡәҙерле

Йыл башынан республикала 769 янғын осрағы теркәлеп, уларҙа 41 кеше, шул иҫәптән 2 бала һәләк булды. Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуҙан тыш, фажиғәгә сифатһыҙ электр ҡорамалдары, уларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпсе була.

Йыл башынан республикала 769 янғын осрағы теркәлеп, уларҙа 41 кеше, шул иҫәптән 2 бала һәләк булды. Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуҙан тыш, фажиғәгә сифатһыҙ электр ҡорамалдары, уларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпсе була.
Ут тоҡанып китһә, кешеләрҙе, милекте ҡотҡарыу өсөн һәр бер секунд ҡәҙерле, сөнки бәләкәй генә осҡон ҙур ялҡынға килтереп, үҙ юлында бер нәмәне аямай. Бындай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн түбәндәге ҡағиҙәләргә иғтибар итеүегеҙ һорала.
- сымдары, вилкалары зарарланған электр ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ;
- лампочка һәм электр йылытҡыстарын тиҙ тоҡаныусы туҡыма, ҡағыҙ йә башҡа әйбер менән япмағыҙ;
- йылытҡыстарҙы шулай уҡ тиҙ тоҡана торған әйберҙәр янына, тәҙрә ҡорғандары эргәһенә урынлаштырмағыҙ, уларҙың өҫтөнә һалып кер киптермәгеҙ;
- өйҙән сыҡҡанда электр ҡорамалдарын һүндереп сығырға онотмағыҙ;
- бина еүеш булғанда бындай ҡорамалдарҙы розеткаға тыҡмай тороғоҙ;
- электр селтәрҙәренә күп һанлы ҡорамал тоташтырыу ҙа хәүефле — сымдар бындай көсөргәнеште күтәрә алмауы бар;
- ҡулдан яһалған билдәһеҙ йылытҡыстарҙы бөтөнләй файҙаланмағыҙ;
- плитәне, үтекте йә лампаны тоҡандырғанда ниндәйҙер яныу еҫе, осҡон, шытырлау тауышы бар икән, йәһәт кенә уны һүндерегеҙ һәм башҡа уны ҡулланмағыҙ;
өйҙә, түшәктә тәмәке тартмағыҙ;
утыны янып ятҡан мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ һәм был эште бәләкәй балалар ҡарамағына тапшырмағыҙ;
балаларға бәләкәйҙән үк янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡабат-ҡабат өйрәтегеҙ.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп кенә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе һаҡлап ҡалырға мөмкин.
Рамил ҒИНИӘТУЛЛИН,
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инженеры.
Читайте нас: