+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Июнь 2020, 11:30

«Аҡыллы» юлдар буйлап йөрөйәсәкбеҙ

Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында һанлы светофорҙар, йәйәүлеләр өсөн «аҡыллы» юлдар өсөн һынау үткәрелә башланы.#национальныепроекты#регпроекты

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы был системалар юлдағы хәл-торошто яҡшыртыуға йүнәлтелә.
Йәйәүлеләр үтә торған юл, мәҫәлән, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында диодлы лампочкалар емелдәтеп, йүнәлеште күрһәтеп тора. «Йәшел тулҡын» системаһы светофорҙарҙы айырым бер арауыҡта гел йәшел сигнал яныуға көйләп, автомобилдәргә тығындарға эләкмәй үтергә мөмкинлек бирә. «Автодата» ҡушымтаһы бер көндө ҡала эсендә булған бөтә машиналар тураһында мәғлүмәт туплай, уларҙың тиҙлеге, техник торошо хаҡында ла белгертә, авария хәүефе булған урындарҙы билдәләй.
2024 йылға был проект илдең 56 төбәгендә тормошҡа ашырыласаҡ, был маҡсатта 42 миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған.
Читайте нас: