-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Июль 2020, 13:10

Һыу ҡорбаны булмағыҙ

Аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояш кешеләрҙе йылға-күл буйҙарына «ҡыуалай». Бер кем дә эҫелә өйөндә, фатирында бикләнеп ятҡыһы килмәй, һыу инеп ял итергә теләй. Әммә күңелһеҙ һандар артҡандан-арта — республикала көн һайын тигәндәй һыуҙа батып һәләк булыусылар тураһында хәбәр ишетелә.

Аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояш кешеләрҙе йылға-күл буйҙарына «ҡыуалай». Бер кем дә эҫелә өйөндә, фатирында бикләнеп ятҡыһы килмәй, һыу инеп ял итергә теләй. Әммә күңелһеҙ һандар артҡандан-арта — республикала көн һайын тигәндәй һыуҙа батып һәләк булыусылар тураһында хәбәр ишетелә. Үкенескә ҡаршы, бындай фажиғә беҙҙең районда ла теркәлде - Дәүләт ауылындағы күлдән 1964 йылғы ирҙең мәйете табылды. Ул өс көн элек ошо ауылға киткән һәм хәбәрһеҙ юғалған. Туғандары уны үҙҙәре эҙләп, таба алмағас, полицияға мөрәжәғәт иткән. Һыуға батып үлгән ирҙең кәүҙәһе ярҙан 10 метр алыҫлыҡта, күл өҫтөнән табып алынған...
Ошо йәкшәмбелә генә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тағы ике ирҙең һыу ҡорбаны булыуы тураһында хәбәр итте: уларҙың берәүһе — Шаран, икенсеһе Мәләүез районында күл төбөнә киткән. Йыл башынан бирелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, 10 июлгә ҡарата 70-тән ашыу кеше батып үлгән һәм улар иҫәбендә — 19 бала! Һуңғы аҙнала ғына Башҡортостанда 40 кеше һыу ҡорбаны булған. «Ҡотҡарыусылар көн һайын тиерлек кеше батыу, уны сығарырға ярҙам итеү тураһында шылтыратыуҙар ҡабул итә, улар араһында балалар булыуы бигерәк ҡыҙғаныс», — тиҙәр дәүләт комитетында.
4 июлдә, мәҫәлән, бер көн эсендә дүрт кеше батҡан. Өфө районындағы яр буйында эсеп ултырған дуҫтар, һыуға төшөп сыҡҡандан һуң, 28 йәшлек егетте юғалтҡан — ул, сумған һәм һыу төбөнән сыҡмаған. Ишембай районында һыуҙа батҡан 33 йәшлек ир ҙә алдан эскән булған. Ағиҙел йылғаһы буйында «күңелле» ял иткән 49 йәшлек ир йылғанан кире сыға алмаған... 6 июлдә 14 йәшлек ҡыҙыҡай һыу төбөнә киткән.
Һыу буйынан имен ҡайтыу өсөн ҡотҡарыусыларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалһағыҙ ине:
Батып үлеүселәр — иҫеректәр, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Һәм күптәр уларҙың үҙ-үҙен контролдә тота алмауы арҡаһында бәләгә ҡала тип уйлай. Әммә эш унда ғына түгел. Эскән кешенең ҡан тамырҙары киңәйә (айырыуса эҫелә), шунан, ул һыуға инһә, тамырҙар ҡапыл кире тарайыуы арҡаһында шартлай — был, үҙ сиратында йөрәк өйәнәгенә йәки инсультҡа килтерә. Ошо рәүешле иҫерек кеше аңын юғалта һәм һыу төбөнә китә. Шуның өсөн һыуға ҡапыл һикерергә ярамай, тәүҙә тубыҡҡа тиклем инегеҙ, бер аҙ сайынып, аяҡ-ҡулдарҙы һыулап алығыҙ, шунан битегеҙҙе, башығыҙҙы йыуығыҙ, үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ икән — яйлап йөҙөп китергә мөмкин.
Һауа тултырылған матрастар ҙа хәүеф сығанағы икәнлеген онотмағыҙ. 2х2 метр ҙурлыҡтағы матрасты тултырып, шуның өҫтөнә баланы ултыртып, донъяһын онотҡан ата-әсәләр етерлек. Улар — йөҙөү сараһы түгел, ял итеү өсөн генә ҡулланыла. Һыуға төшөргән осраҡта, матрастарҙы тулҡын, ағым алып китә һәм күл уртаһында түңкәрелеп, кешеләр фажиғәгә тарый. Уның менән идара итеп тә булмай.
Балаларҙы, һинеке-минеке тип ҡарамағыҙ, һыу эсендә нисә бала бар, береһен дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышығыҙ, сөнки бөтә ата-әсәләр ҙә быға яуаплы ҡарамай. Өлкәндәр яр буйында музыка тыңлай, телефонда ултыра, шешлек бешерә, ә был мәлдә бәләкәстәр һыуға сума, бер-береһенең өҫтөнә ырғый, шаяра һәм тоносғоуын аңламай ҙа ҡала. Тағы бер бәлә: алдап ярҙам һорау. Берәй бала шаяртып, бер-ике тапҡыр батып барам тип һөрәнләһә, өсөнсөгә уның бындай саҡырыуына иғтибар итмәүҙәре лә ихтимал. Шуға баланы бәләкәйҙән ярҙамды дөрөҫ һорарға, ҡысҡырырға һәм һыуҙа нисек тоторға өйрәтегеҙ.
Паникаға бирелмәгеҙ. Ҡайһы берәүҙәр ҡото осоп, дөрөҫ хәрәкәт итмәүе арҡаһында күп һыу йотоп, әрәм була. Экстремаль хәлдәрҙә дуҫтарығыҙҙы тынысландырыу алымдарын өйрәнегеҙ.
Яраҡлаштырылмаған пляждарҙа ҡотҡарыуға өмөт итмәгеҙ. Шуға күрә, тейешле урындарҙа, белгән һыу ятҡылыҡтарында ғына һыу инегеҙ.
Кешене һыуҙан сығарыу ғына уны ҡотҡарыу тигән һүҙ түгел, тәүге медицина ярҙамын да онотмағыҙ. Батып барыусыны ҡотҡарырға уйлаһағыҙ, үҙегеҙҙе лә хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ — бәләгә ҡалған кешегә арттан йөҙөп барып, уны арҡаһынан йәки ҡултыҡ аҫтынан ҡосаҡлап, сығарырға кәрәк. «Ашығыс ярҙам» йәки ҡотҡарыусыларҙы саҡырыу ҙа мотлаҡ.
Читайте нас: