+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Июль 2020, 16:17

«Норникел»гә һалынған штраф нигеҙле

Росприроднадзор етәксеһе Светлана Радионова, Арктика тәбиғәтенә, авария арҡаһында дизель яғыулығы түгелеү сәбәпле, яһалған экологик зыян өсөн «Норникель» акционер ойошмаһына һалынған 147,7 миллиард һум штраф нигеҙле, тине.#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Росприроднадзор етәксеһе Светлана Радионова, Арктика тәбиғәтенә, авария арҡаһында дизель яғыулығы түгелеү сәбәпле, яһалған экологик зыян өсөн «Норникель» акционер ойошмаһына һалынған 147,7 миллиард һум штраф нигеҙле, тине.
Уның әйтеүенсә, акваторияға ҡыҫҡа ғына ваҡытта ете тимер юлы составы күләмендә нефть продукцияһы эләгә. Тәбиғәткә күрһәтелгән экологик һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә күп көс һәм аҡса сарыф ителә. Авариянан һуң экосистеманы тергеҙеүгә 10 йылдай ваҡыт кәрәк буласаҡ.
Читайте нас: