+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Июль 2020, 13:07

Һаҡ булайыҡ! Янғын хәүефе көслө

Көндәрҙең һаман эҫе тороуы янғын хәүефен арттырҙы. Әлеге ваҡытта дүрт районда — Әбйәлил, Учалы, Бөрйән һәм Белоретта урман яна. Айырыуса Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы ерҙәрендә көслө янғын — унда 2000 гектар урман ут эсендә.

Көндәрҙең һаман эҫе тороуы янғын хәүефен арттырҙы. Әлеге ваҡытта дүрт районда — Әбйәлил, Учалы, Бөрйән һәм Белоретта урман яна. Айырыуса Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы ерҙәрендә көслө янғын — унда 2000 гектар урман ут эсендә.
Республика Хөкүмәтендә кисә үткән кәңәшмәлә урман хужалығы министры белдереүенсә, ҡурсаулыҡта янғындың таралыу ҡурҡынысы юҡ. Шулай ҙа ирекмәндәр һәм ҡотҡарыусылар әле һаман урында эшләүен дауам итә һәм янған урындарҙы һүндерә.
«Башҡортостанда урмандар яна» тигән хәбәр халыҡты ҙур борсоуға һалды. Ҡурсаулыҡтағы янғынды һүндереүгә Бөрйән районы хакимиәте социаль селтәрҙәр аша волонтерҙарҙы саҡырған мөрәжәғәтенә ҡулынан килгән һәр кем ярҙамға ашыҡты. Халыҡтың ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә уттың таралыуына юл ҡуйылманы.
Дүшәмбелә Һарғая һәм Ҡолғана ауылдары янындағы янғынды һүндереүҙә төрлө район-ҡалаларҙан 200-ҙән ашыу ирекмән эшләне. Был афәткә битараф ҡалмай, ярҙамға ашыҡҡан кешеләр һаны арта барыуы ҡыуаныслы. Урындағы халыҡ, шулай уҡ ирекмәндәр техника менән дә ярҙам итә. Волонтерҙар өсөн урында ашхана эшләй.
Белорет районы Ҡаһарман ауылына ут яҡынлашыу ҡурҡынысы тыуыу менән Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының даими дежурлыҡ итеүе ойошторолдо. Министрлыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уттың ауылға инеү ҡурҡынысы юҡ.
Белореттағы Ҡыраҡа тауындағы янғынды һүндереүҙә етмешләгән кеше эшләй. 18 берәмек техника йәлеп ителгән. Дүрт янғын һүндереү машинаһы һәм урмандарҙа патруллек итеү буйынса алты комплекс һыу ташыу менән мәшғүл.
Һуңғы көндәрҙәге аномаль эҫелек һәм йәшендәр арҡаһында беҙҙең районда ла янғындар теркәлде. Хәмит ауылы янында ут тоҡанған урманды күмәк көс менән һүндереп алдылар, бында ауыл халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтте.
Кисә Ҡолоҡас янында ағастарға ут тоҡаныуы хаҡында хәбәр еткерҙеләр. Уны һүндереүгә Әбйәлил урмансылығы хеҙмәткәрҙәре булған бөтә техникаһын һәм көстәрен йәлеп итте. Янғын һүндереүгә «Әбйәлил урман хужалығы» дәүләт учреждениеһы һәм урман янғындарын һүндереү үҙәге коллективтары ла әүҙем ҡушылды. Ауыл халҡы ла ситтә тороп ҡалманы, бар хәленсә ярҙам итергә тырышты.
Ошо янғындарҙың сәбәпсеһе күпселектә үҙебеҙ булыуы аяныслы: һәр нәмә утһыҙ ҙа тоҡанырға әҙер торған мәлдә урман-ҡырҙарға барһаҡ, усаҡты һүндермәй ҡайтабыҙ йәки һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө ташлайбыҙ. Һуңғы көндәрҙәге йәшен дә хәлде ҡатмарлаштырҙы. Һөҙөмтәлә тәбиғәтебеҙ күпме зыян күрҙе. Урман янғынынан ауылдарға ла ут ҡапмаҫ тип әйтеп булмай. Тиҫтәләгән ауылдар янып көлгә әйләнгән миҫалдар аҙмы ни илдә, донъяла?
Әбйәлил урмандарында дүртенсе класс янғын хәүефе билдәләнде.
Хөрмәтле райондаштар! Бесәндә, тәбиғәттә ял иткәндә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында онотмағыҙ. Янғындар көслө, һүндереүе бик ауыр. Урманда усаҡ яҡмағыҙ, ихатала сүп-сар үртәмәгеҙ. Һәр йорт янында мөмкин тиклем күберәк һауыттарҙа һыу запасы булдырығыҙ! Берҙәм тырышлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек иткән осраҡта ғына тәбиғәттәге янғындарға бәйле фажиғәләрҙе иҫкәртә алабыҙ.
Читайте нас: