+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Июль 2020, 13:45

Балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуҙа батып үлеүселәр һаны кәмемәй. Ошо ял көндәрендә генә республикала ике бала һыу ҡорбаны булды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуҙа батып үлеүселәр һаны кәмемәй. Ошо ял көндәрендә генә республикала ике бала һыу ҡорбаны булды. Дим йылғаһында биш йәшлек малайҙың үле кәүҙәһе табылыуға күп ваҡыт та үтмәне, Ашҡаҙар йылғаһы буйында 6 йәшлек малай юғалды. Ҡотҡарыусылар уның йәнһеҙ кәүҙәһен һыу төбөнән эҙләп тапты. Ике осраҡта ла балалар йылға буйында үҙ аллы һыуға төшөүе, атай-әсәйҙәр яр буйында, уларҙы ҡарамай ултырыуы асыҡланды. Нуриман районында 19 июлдән алып йылға аша сығырға ниәтләгән һәм ҡапыл юҡ булған 10 йәшлек ҡыҙҙы эҙләйҙәр. Хәүеф-хәтәргә юл ҡуймаҫ өсөн, бәләкәстәрҙе йылға-күлдәргә яңғыҙ ебәрмәгеҙ, бер секундҡа ла күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!
Читайте нас: