+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Июль 2020, 10:00

Республикала штрафтар 2,5 тапҡырға артҡан

Юл камераларының күпләп ҡуйылыуына бәйле республикала штрафтар һаны 2,5 тапҡырға артҡан.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Юл камераларының күпләп ҡуйылыуына бәйле республикала штрафтар һаны 2,5 тапҡырға артҡан. Былтыр тәүге ярты йыллыҡта камералар 500 мең самаһы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын теркәһә, ә быйыл алты айҙа был һан 1,3 миллионға барып еткән.
Был тәү сиратта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теркәгән фото-видео ҡорамалдарының артыуына бәйле. Былтырғы йәйҙә республикала 200 аппарат эшләһә, хәҙер уларҙың һаны 700-гә етеп килә. Башҡортостан был йәһәттән ил төбәктәре араһында тәүге унау иҫәбенә инә.
Әйткәндәй, юлдарҙағы камералар Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы ҡуйыла. Был сара юлдарҙа аварияларҙы, фажиғәләрҙе, тәртип боҙоуҙарҙы кәметеү маҡсатында башҡарыла.
Фото: yandex.ru
Читайте нас: