+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Июль 2020, 12:10

«Трактор» операцияһы бара

13 июлдән 14 авгусҡа тиклем районда «Трактор» операцияһы бара

Был көндәрҙә бөтә республика буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы ЮХХДИ инспекторҙары, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре менән берлектә рейдтар үткәрә.
Рейдтарҙа техниканың төҙөклөгө тикшерелә, барлыҡ документтар ҡарала, водителдең торошона тиклем иғтибар үҙәгендә була. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре менән бергә иһә тирә-яҡ бысратылмаймы, һауаға артыҡ зыянлы ҡалдыҡтар ташланмаймы икәнлеген контролдә тотола.
Дәүләт техник тикшереүе инспекцияһы етәксеһе Ҡ. В. Тайсин әйтеүенсә, бөгөнгә тиклем районда дүрт рейд ойошторолған, уның һөҙөмтәһендә 35 берәмек техника тикшерелгән һәм асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса 11 протокол төҙөлгән.
Сара барышында үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр махсус техниканың, уларҙың тағылмаларының техник торошон тикшереп кенә ҡалмай, тракторҙарҙың дәүләт техник тикшереүен үткән булыуына, һан билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, тракторсыларҙың махсус техника йөрөтөү таныҡлығының барлығына иғтибар бирелә, халыҡтың именлеген һәм сәлә-мәтлеген, мөлкәттең һаҡланышын тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҙа мөһим. Шулай уҡ механизаторҙар араһында хәүефһеҙлек сараларын үтәү буйынса аңлатыу эше алып барыла.
Ғәмәлдә күренеүенсә, Рәсәйҙең төп административ ҡағиҙәләрен боҙоу дауам итә: теркәүһеҙ техниканы ҡулланыу, машина йөрөтөүселәрҙең тейешле категорияға документтары, ОСАГО полистары булмауы, үҙ йөрөшлө һәм арбалары булған машиналарҙың яҡтыртыу, боролош һәм туҡтау механизмдары эшләмәүе.
— Тикшереүҙәр барышында етди етешһеҙлектәре өсөн штрафтар һалабыҙ. Тик беҙҙең маҡсат күберәк штраф йыйыуҙа түгел. Иң мөһиме — кешеләрҙең хәүефһеҙлеге һәм тәбиғәттең зыян күрмәүе. Юлдарҙа төҙөк техника йөрөһөн, барлыҡ ҡағиҙәләр үтәлһен тип тырышабыҙ, — ти Ҡасим Васил улы. — Беҙ етешһеҙлектәрҙе асыҡлап ҡына ҡалмайбыҙ, аҙаҡ уларҙы бөтөрөүҙәрен дә контролгә алабыҙ.
Әйткәндәй, дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы тракторҙарҙы һәм үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уға тағылмаларҙы иҫәпкә ҡуя һәм төшөрә, идара итеү хоҡуғын биргән танытмалар бирә һәм уларҙы оҙайта, тракторсы-машинист танытмаһын алыу өсөн имтихандар ҡабул итә. Шулай уҡ уларҙың техник хәлен, төҙөклөгөн тикшереп торалар, гарантиялы техника боҙолһа, был хәлде тикшереү комиссияһы эшендә ҡатнашалар.
Читайте нас: