“Экология” милли проекты сиктәрендә ҡабул ителгән “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты буйынса “Башҡортостан Республикаһының урман янғындарын иҫкәртеү һәм ликвидациялау үҙәге” учреждениеһына ветролет тибындағы дүрт пилотһыҙ осоусы аппарат – “DJI Mavic 2 Enterprise” квадрокоптерҙары һатып алынған.
Был техника видеокамералар һәм урман биләмәләрендә уттарҙы асыҡлаусы тепловизорҙар менән йыһазландырылған.
– Өҫтәмә ҡорамалдың төрлөлөгө – видео һәм йылылыҡты асыҡлаусы камералар, прожекторҙар, репродуктор һәм башҡалар. Улар үтеүе ауыр булған урындарҙа эшләү мөмкинлеге бирә. Хәҙер белгестәр тәбиғәт янғындарын тиҙерәк таба аласаҡ һәм урман янғынын һүндереүҙең һөҙөмтәлеген билдәләй аласаҡ. Был иһә янғындарҙы тиҙерәк һүндереү, уның күләмен билдәләү, уттың ҡайһы яҡҡа йүнәлгәнен асыҡлау, янғын һүндереү техникаһына барыу юлын табыу мөмкинлеген тыуҙырасаҡ, – ти Янғын һүндереү үҙәге директоры Айрат Йосопов.
Белгестәр фекеренсә, яңы техника урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү буйынса операциялар ваҡытында һөҙөмтәле ҡоралға әйләнергә тейеш.
Профессиональ дрондар ағасты урлап ҡырҡыусыларға һәм урман ҡануниәтен боҙоусылаға ҡаршы көрәшергә лә булышлыҡ итәсәк. Уларҙы ҡуртымсыларҙың участкаларын тикшереүҙә һәм ағас ҡырҡыу сифатын баһалауҙа ҡуллана алалар.
– Яҡын арала урман хужалығы белгестәре яңы осоусы техника менән идара итеү буйынса уҡыясаҡ. Заман техникаһы янғын сығыу хәүефе көслө булған урман биләмәләре буйынса бүленәсәк, – ти директор.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.