Юл камераларының күпләп ҡуйылыуына бәйле республикала штрафтар һаны 2,5 тапҡырға артҡан. Былтыр тәүге ярты йыллыҡта “Кречет”, “Арена”, “Ураган” камералары 500 мең самаһы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын теркәһә, ә быйыл алты айҙа был һан 1,3 миллионға барып еткән.
Был тәү сиратта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теркәгән фото-видео ҡорамалдарының артыуына бәйле. Былтырғы йәйҙә республикала 200 аппарат эшләһә, хәҙер уларҙың һаны 700-гә етеп килә. Башҡортостан был йәһәттән ил төбәктәре араһында тәүге унау иҫәбенә инә.