+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Август 2020, 10:00

Квадракоптерҙар урман янғынын күҙәтәсәк

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы квадракоптерҙарҙы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк программаһына ярашлы алған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл республикала урман янғындарына бәйле хәл киҫкен булды. Йыл башынан алып 119 янғын теркәлгән. Шуның яртыһынан күбеһе йәшен арҡаһында сыҡҡан. Белгестәр билдәләүенсә, тәүге янғындар тау һырттарында барлыҡҡа килгән. Тау-таш араһына техника ярҙамында үтеп булмаған осраҡта дрондар ҙур ярҙам күрһәтәсәк. Янғын башланған тәүге сәғәттәр белгестәргә уның йүнәлешен, майҙанын һәм көсөн билдәләү өсөн бик мөһим. Шундай осраҡта кешеләрҙе хәүеф аҫтына ҡуймайынса осоусы аппаратты ебәреү иң уңайлыһы.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы заманса ҡорамалдарҙы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк программаһына ярашлы алған.
Урманды янғындарҙан һаҡлау үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов билдәләүенсә, янғындарҙы тиҙ һүндереү һәм уларҙың таралауына ирек ҡуймау туранан-тура заманса техника һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылыуға бәйле.
- Был аппараттар утыҙ минут дауамында осоуға көйләнгән. Бер осҡанда ете километр ара үтә. Ҡеүәте бөтә башлаһа, кире осоролған урынына әйләнеп ҡайта. Дрон беҙҙең хеҙмәтте күпкә еңелләштерәсәк, - ти ул.
Читайте нас: