+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Август 2020, 12:00

Автобустар әҙер

Йылдағыса балалар мәктәпкә барыр алдынан ЮХХДИ-ҙың дәүләт инспекторҙары уҡыусыларҙы ташыусы транспорт сараларына техник күҙәтеү үткәрә.

Тикшереү һыҙығына 34 мәктәп автобусы ҡуйылды. Быйыл 1-се Асҡар урта мәктәбенә һәм Таһир Кусимов исемендәге гимназияға килгән 22 урынлыҡ «ГАЗель Next» автобустарын ғына ҡарарға кәрәкмәне, сөнки улар баш ҡаланан бөтә тейешле тикшереүҙәрҙе үткәргәс, ебәрелә.
Ғөмүмән, райондың белем биреү учреждениеларында автобустар паркы яңы. Кәмендә 10 йыл файҙаланғандан һуң, техника мотлаҡ алыштыра. Һары төҫкә буялған был транспорт сараларын һәр яҡлап, ныҡлы тикшерҙе инспекторҙар Әхтәм Мостафин, Рөстәм Әхмәтов һәм прокуратура вәкиле Дим Әхмәҙуллин.
— Тәү сиратта, транспорт сараһының техник торошо ҡарала, уларҙың тахограф, ГЛОНАСС системаһы менән йыһаз-ландырылыуы мотлаҡ, — ти инспекторҙар. — Тышында табличка, һарғылт төҫтә яҡтыртыусы маяҡ була, эстә иһә ултырғыстарҙа хәүефһеҙлек ҡайыштары, медицина аптечкаһы, ут һүндереү баллоны булыуға иғтибар йүнәлтәбеҙ. Водитель танытмаһы ла тикшерелә.
— Иң алыҫ маршруттар Буранғол мәктәбе автобусына тура килә, ул балаларҙы ауылдарҙан интернатҡа ташый. Район үҙәге мәктәптәрен хеҙмәтләндереүсе автобустар ҙа байтаҡ юл үтә — улар уҡыусыларҙы Асҡарҙың Төньяҡ, Көнсығыш биҫтәләренән генә түгел, Ҡолоҡас, Ярлыҡап, Тал Ҡусҡары ауылдарынан да ташый, — тип һөйләй район мәғариф бүлеге начальнигының хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Данир Сәлимйәнов. — Уҙған уҡыу йылында мәктәп автобустары ҡатнашлығында бер нисә юл-транспорт ваҡиғаһы булды, әммә беҙҙең водителдәр ғәйебе менән түгел. Берҙәм дәүләт имтихандары быйыл пандемия осорона тура килде, шуға күрә автобустар даими дезинфекцияланды, санитар таҙартыу үтте, водителдәр битлектә йөрөнө. Уҡыу йылы башланғас та, ошо ҡағиҙәләр һәм талаптар үҙ көсөндә ҡаласаҡ әле.
Читайте нас: