+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Сентябрь 2020, 19:15

Ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш

Уҡыу йылы башланыу менән юлдарҙа хәрәкәт ағымы ҡырҡа көсәйә. Руль артындағылар һәм йәйәү йөрөүселәр күңелһеҙ хәлгә ҡалмаһын өсөн ябай юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ.

Уҡыу йылы башланыу менән юлдарҙа хәрәкәт ағымы ҡырҡа көсәйә. Руль артындағылар һәм йәйәү йөрөүселәр күңелһеҙ хәлгә ҡалмаһын өсөн ябай юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ. Балалар йәрәхәтләнеүен булдырмаҫ өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ошо осорҙа профилактик эштәр башҡара. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен пропагандалау буйынса инспектор Илсиә Дәүләтҡолова машина йөрөтөүселәр һәм йәйәүлеләргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмау зарурлығын иҫкәртә:
— Яңы уҡыу йылы башланыу менән райондың ЮХХДИ хеҙмәте балаларҙы автокреслоһыҙ йөрөтөү буйынса 172 осраҡ теркәне. Айырыуса, автомобилдә балаларын ҡулда йөрөткән йәш ата-әсәләр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Автокресло баланың йәшенә һәм буйына тап килергә тейеш. Алты айға хәтлем автосәңгелдәк, һуңынан автокресло ҡулланырға тейеш. Ҙурыраҡ балаларға бустер, 12 йәшкә тиклем балаларҙы махсус тотоп тороусы ҡорама кәрәк. Юлдағы йәрәхәттәрҙе профилактикалау маҡсатында, юл-патруль хеҙмәткәрҙәре инспекторҙары машинала балалар булған осраҡта автокресло барлығын һәм башҡа юл ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшерә. Мәктәптәрҙә юл ҡағиҙәләрен аңлатыу эштәре башҡарыла. Пандемия шарттарында ZOOM программаһы аша онлайн-дәрестәр уҙғарҙыҡ. Шулай уҡ мотлаҡ яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар ҡулланыу тураһында иҫкәрттек. Ата-әсәләр балаларына өйҙән мәктәпкә йөрөү маршрутын күрһәтергә тейеш. Юл ҡағиҙәләрен үтәүҙә ата-әсәләргә иғтибарлы булыр кәрәк.
Люциә ОМОРҘАҠОВА яҙып алды.
Читайте нас: