+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Октябрь 2020, 11:40

Урмандарҙа янғынға ҡаршы махсус режим бөтөрөлдө

Урман янғындары менән хәлдең тотороҡланыуына бәйле Башҡортостан биләмәһенең урман фондында 2020 йылдың 18 июнендә рсепублика Хөкүмәте бойороғо менән индерелгән яғынға ҡаршы режим бөтөрөлдө.#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Урман янғындары менән хәлдең тотороҡланыуына бәйле Башҡортостан биләмәһенең урман фондында 2020 йылдың 18 июнендә республика Хөкүмәте бойороғо менән индерелгән яғынға ҡаршы режим бөтөрөлдө.
Иҫегеҙгә төшөрәбез, янғынға ҡаршы махсус режим - биләмәләрҙә янғын ҡурҡынысы артҡан осраҡта Хөкүмәт йәки урындағы үҙидара органдары тарафынан билдәләнә торған янғын хәүефһеҙлегенең өҫтәмә талаптары.
Биләмәләрҙә янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа субъекттарҙың норматив хоҡуҡи акттары һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса муниципаль хоҡуҡи акттар тарафынан янғын хәүефһеҙлеге буйынса өҫтәмә талаптар билдәләнә, шул иҫәптән халыҡты ауылдарҙан ситтә янғындарҙф һүндереүгә йәлеп итеүҙе, граждандар тарафыднан урмандарга барыуҙы тыйыуҙы, өҫтәмә саралар ҡабул итеүҙе күҙ уңында тота.
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн Рәсәй Федерацияһы закондары менән административ яуаплылыҡ ҡаралған, ә бындай хоҡуҡ боҙоуҙар махсус янғынға ҡаршы режим ваҡытында башҡарылһа, яуаплылыҡ арта.

Читайте нас: