+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Октябрь 2020, 11:25

Президент янғындарҙы һүндереү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Ил башлығы Владимир Путин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре менән видеокәңәшмә уҙғарҙы.#ВладимирПутин

Һүҙ Рязань өлкәһендә янғын сығыуы сәбәпле, уттың хәрби припастар келәтенә тоҡаныуы һәм шартлауҙарҙы туҡтатыу тураһында барҙы.
Министрлыҡ етәксеһе Евгений Зеничев урындағы хәл-торош менән таныштырҙы. 16 кеше дауаханаға оҙатылыуы, 20-нән ашыу торлаҡ зыян күреүе тураһында хәбәр итте ул. Әле ваҡиға урынында меңдән ашыу ҡотҡарыусы эшләй, 389 берәмек техника йәлеп ителгән.
Янғын булған биләмәнән 2300 кеше эвакуацияланған, уларҙы урынлаштырыу өсөн дауахана, мәктәп биналарында ваҡытлыса йәшәү пункттары булдырылған. Күптәр үҙҙәренең туғандарына йәшәргә киткән.
Фото: РИА яңылыҡтар хеҙмәте
Читайте нас: