Ошо маҡсатта 12 октябрҙән “Йәйәүле” махсус профилактик операцияһы башланды. Республиканың баш ҡалаһында ғына быйыл йәйәүлеләрҙе төкөтөүҙең 219 осрағы теркәлгән, биш кеше һәләк булған. Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында улар өсөн хәүеф айырыуса арта, сөнки юл ситенән барған кеше кейеменә яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар ҡуймай.