+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Октябрь 2020, 12:40

Балыҡсының һуңғы һунары...

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән аҙнала балыҡ тоторға барған өс ирҙең үлеүе асыҡланған.

14 октябрҙә Йылайыр районында кәмә менән ҡармаҡ ташларға төшкән ирҙең кәмәһе түңкәрелеп, үҙе һыу аҫтына киткән. 15 октябрҙә Краснокама районында 27 йәшлек егет, шулай уҡ һыу ятҡылығына кәмәлә төшкән һәм һыуға ҡолаған. Уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар өс көндән һуң ғына табып алған.
Ошо йәкшәмбелә Күсем руднигы ауылы янындағы Сабаҡты күленә Магнитогорск ҡалаһы кешеләре ял итергә килгән. Уларҙың берәүһе — 44 йәшлек ир һыу аҫтында балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән. Көндөҙгө сәғәт 2 тирәһендә ул ҡорамалдарын алып һыуға сумған. Әммә ике сәғәттән ашыу ваҡыт үтһә лә, ул һаман һыуҙан сыҡмағас, дуҫтары берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарыусылар күл төбөндә, ике метр тәрәнлектәге ҡамыш араһынан уның йәнһеҙ кәүҙәһен генә эҙләп тапҡан.
Һыу инеү миҙгеле тамамланһа ла, балыҡсылар үҙ шөғөлөн туҡтатмай. Һауа торошо тотороҡһоҙ булғанда, ел-дауыл сыҡҡанда кәмәлә йөрөмәҫкә кәңәш итә ҡотҡарыусылар. Әгәр үҙ көсөгөҙгә ныҡлы ышанмайһығыҙ икән, һыу аҫтында балыҡ аулауға ла ынтылмағыҙ — был һөнәр хатта белгестәр өсөн дә хәүефле. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Читайте нас: