+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Октябрь 2020, 11:45

Көн талабы булған мөһим эш

Коронавирус пандемияһының көсәйеүе, дауахананан тыш пневмония менән сирләү осраҡтарының күбәйеүе район ветеринар станцияһының дезинфекциялау менән шөғөлләнеүсе мобиль төркөмөнөң эшен бермә-бер арттырған.

Коронавирус пандемияһының көсәйеүе, дауахананан тыш пневмония менән сирләү осраҡтарының күбәйеүе район ветеринар станцияһының дезинфекциялау менән шөғөлләнеүсе мобиль төркөмөнөң эшен бермә-бер арттырған. Биналарҙа, йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа башҡарылыусы зарарһыҙландырыу процедураһы бөгөн бик мөһим. Ул йоғошло сирҙәргә күпләп таралыуға юл ҡуймай.
Үткән аҙнала мобиль төркөм заявкалар буйынса район үҙәгендәге бер нисә учреждениела һәм Ташбулат ауыл биләмәһендә санитар эшкәртеү башҡарған. Мобиль төркөмдө йыш ҡына пассажирҙар ташыусы «Газель» машиналарын эшкәртеү өсөн автовокзалға саҡырталар. Төркөм менән Рәмзиә Килдейәрова етәкселек итә. Эшкәртеүҙә ир-егеттәр йөрөй, дезиҙелмә тултырылған ике 10 литрлыҡ баллондан торған һиптергес ярайһы уҡ ауыр ғына һәм зарарлы ла. Эҫе томан менән вирустарҙы үлтереүсе был ҡорамал ябыҡ урындарҙы, биналарҙы эшкәртеүгә ҡулай. Был мөһим эш Хатип Хәсәновҡа йөкмәтелгән. Урамдарҙы дезинфекциялаусы махсус машинаға Радмир Баймөхәмәтов идара итә, уның һауаны зарарһыҙландырыу даирәһе киң.
Читайте нас: