+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Октябрь 2020, 11:35

Юл фажиғәләрен нисек кәметергә?

Һуңғы йылда Башҡортостан юлдарында йәйәүлеләрҙе тапатыу осраҡтары артҡан. Был турала бөгөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса үткәрелгән ведомство-ара кәңәшмәлә вице-премьер Рәйеф Абдрахимов белдерҙе. Үҫеш 22 процент тәшкил иткән.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һуңғы йылда Башҡортостан юлдарында йәйәүлеләрҙе тапатыу осраҡтары артҡан. Был турала бөгөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса үткәрелгән ведомство-ара кәңәшмәлә вице-премьер Рәйеф Абдрахимов белдерҙе. Үҫеш 22 процент тәшкил иткән.

Сарала ЮХХДИ идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльвир Сәғитов, транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков, юл тармағы предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Кәңәшмә видеобәйләнеш тәртибендә үткәрелде. Аварияларҙың төп сәбәптәре һәм уларҙы кәметеү саралары ҡаралды.

– Хатта Өфөлә лә бындай юл-транспорт ваҡиғалары арта. Төп сәбәптәрҙең береһе – юлдарҙың насар яҡтыртылыуы. Юлдың ҡараңғы участкалары күп, айырыуса ҡала ситендә. Баш ҡала юлдарын яҡтыртыу программаһын эшләргә тәҡдим итәм, – тине вице-премьер.

“Приуралье” юлдар идаралығы вәкилдәре белдереүнсә, әле Өфө – Ырымбур трассаһында яҡтылыҡ бағаналары ҡуйыу буйынса эштәр башланған.

Эльвир Сәғитов белдереүенсә, ағымдағы йылдың тәүге туғыҙ айында республика юлдарында 2805 авария булған. Был былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 173 осраҡҡа кәмерәк. Уларҙа 34 565 кеше йәрәхәтләнгән. Фажиғәләрҙең төп сәбәбе – транспорт саралары бәрелеше (45,2 процент), йәйәүлеләрҙе тапау (24,5 процент) һәм машиналар ауыуы (7,7 процент).

Республиканың 26 ҡала һәм районында аварияларҙа һәләк булғандар һаны артҡан. Мәҫәлән, Өфө – Инйәр – Белорет юлында 19 кеше һәләк булған. Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, юлда трафик күпкә артҡан, эш көндәрендә тәүлегенә 3000 машина үтһә, ял көндәрендә ике тапҡырға күберәк. Был участкалағы бөтә юл-транспорт ваҡиғалары ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле. Был тиҙлекте арттырыу һәм ҡаршы һыҙатҡа сығыу. Шуға күрә бында өҫтәмә видеокамералар һәм юл билдәләре ҡуйырға кәрәк тигән фекергә килде конференцияла ҡатнашҡандар.

Транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков хәбәр итеүенсә, был юлға яңы камералар ҡуйыу урындары билдәләнгән. Йыл аҙағына тиклем республика юлдарына әле булған 1001 камераға өҫтәп тағы 200 ҡуйыласаҡ. 2021 йылда йәнә 300 камера ҡуйылыр тип көтөлә.

Бынан тыш Рәйеф Абдрахимов Транспорт министрлығына “РЖД” менән берлектә тимер юлы үткән юлдарҙы берҙәм мониторинг системаһына тоташтырыға, юлдарҙы тәртиптә тотоуҙы нығытырға, яңы юл билдәләре һәм яҡтылыҡ бағаналары ҡуйырға, видеотеркәү камералары эшен көсәйтергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Читайте нас: