Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 1999 йылдан эшләп килгән автомобиль аптечкаларына ҡағылышлы ҡағиҙәне яңыртты. Уға ярашлы 2021 йылдың беренсе ғинуарынан водителдәрҙең яңы талапҡа ярашлы аптечкалары булыуы мотлаҡ. Яңы талап буйынса аптечкала ике медицина битлеге булырға тейеш.Ә инде төрлө ҙурлыҡтағы алты бинт урынына хәҙер ике төр ҡала, быны медиктар экстремаль хәлдә кеше кәрәкле бинтты тиҙерәк таба аласаҡ тип аңлата. Шулай уҡ аптечканан бәләкәй лейкопластырҙар алына, тик рулонный лейкопластырь ғына ҡала. 2021 йылдың беренсе ғинуарына тиклем етештерелгән аптечка йөрөтөүсе автомобилистарға, был аптечканың гарантия срогы үткәнсе файҙаланыу рөхсәт ителә. Ләкин 2024 йылдың 31 ғинуарынан һуң уны алмаштырырға кәрәк. Аптечканың үҙе йәки айырым компоненттары тулы булмауы өсөн 500 һум күләмендә штраф янай.