+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Ноябрь 2020, 13:36

Машинаны «ҡышҡы режимға» көйләп

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында республика юлдарында өс меңгә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 3465 кеше зыян күргән. Бәрелешеү, ҡаршы һыҙатҡа сығыу, йәйәүлеләрҙе төкөтөү кеүек осраҡтар күп булған.

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында республика юлдарында өс меңгә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 3465 кеше зыян күргән. Бәрелешеү, ҡаршы һыҙатҡа сығыу, йәйәүлеләрҙе төкөтөү кеүек осраҡтар күп булған.
Йыл башынан Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында ғына 19 кеше вафат булған. Көҙ аҙағы, ҡыш башы — водителдәр өсөн дә, йәйәүлеләр өсөн дә үтә хәүефле осор. Күңелһеҙ хәлгә тарымау, өйгә имен-аман әйләнеп ҡайтыу өсөн нимә эшләргә? Беҙ белгестәрҙең кәңәштәрен бергә тупланыҡ.
Тәгәрмәсте ваҡытында алмаштырығыҙ
Шиналар 4х4х4 формулаһына яуап бирергә тейеш: дүрт йылдан артыҡ ҡулла-нылмауы, бөтә тәгәрмәстәрҙең дә һүрәте бер иш булыуы, протекторҙың тәрәнлеге дүрт миллиметрҙан кәм булмауы шарт.
Әгәр һеҙ тәжрибәһеҙ водитель булһағыҙ йәки ҡала ерендә йәшәмәһәгеҙ, белгестәр ҡышҡы осорға тәғәйенләнгән ваҡ ҡына ҡаҙаулы тәгәрмәскә өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә, сөнки улар күпкә ышаныслыраҡ, ә асфальт юлда идара иткәндә ябай тәгәрмәстән әллә ни айырылмай.
Шулай уҡ автомобилде ҡышҡа әҙерләүгә бәйле эштәр исемлегендә мотлаҡ түбәндәгеләр булырға тейеш: майҙы, быяла йыуыу шыйыҡсаһын, быяла таҙартҡыстың щеткаһын алмаштырырға, аккумуляторҙы, тулы приводтың төҙөклөгөн, ҡайыштарҙы һәм патрубоктарҙы тикшерергә.
Йылы куртка һәм смартфонды ситкәрәк ҡуйығыҙ
Автомобилдең мейесен тулы ҡеүәтенә эшләтеп, унда «мунса» яһамағыҙ. Был реакцияны кәметә, һеҙ бик тиҙ тирләйәсәкһегеҙ, арыясаҡһығыҙ һәм машинаны оҙаҡ йөрөтә алмаясаҡһығыҙ. Өҫкө кейемегеҙҙе һәм бүркегеҙҙе сисеп ултырығыҙ, һуңғыһы күреү һәм ишетеү мөмкинлеген сикләүе бар.
Куртка менән бергә телефонығыҙҙы ла ситкәрәк һалығыҙ. Руль артында бер нимә лә ҡамасауларға тейеш түгел. Юлда телефон менән ҡулланыу һәр ваҡыт хәүефле, ә ҡышҡыһын әйтеп тораһы ла түгел, сөнки авария осраҡтары бермә-бер арта. Өҫтәүенә машина менән идара иткәндә телефондан һөйләшкән өсөн 1500 һум штраф ҡаралған.
Автомобилде ярым яртылаш ятып, ҡулдарҙы алға һуҙып йөрөткәндә, алғы күренеш, хәрәкәт мөмкинлеге һәм йүнәлеш алыу насарая.
«Ҡышҡы йөрөтөү» режимына күсегеҙ
Күпселек водителдәр өсөн ҡышҡы һәм йәйге осорҙа машинаға идара итеү үҙенсәлектәре айырыла. Төрлө юл-транспорт ваҡиғаларына тарымаҫ өсөн ҡатмарлы бул-маған бер нисә кәңәште иҫтә тоторға кәрәк.
- Әгәр һауа торошон иғлан иткәндә, «юлдарҙа — боҙ ҡатламы» тип әйтһәләр, был бөтә трассаның боҙ менән ҡапланыуын аңлатмай. Ҡағиҙә булараҡ, ул күперҙәрҙә һәм эстакадаларҙа, юлдың урманлы өлөшөнә ингән йәки сыҡҡан урындарҙа, ихата эсенә боролоп ингән ерҙәрҙә, асыҡ туҡталҡаларҙа һәм светофор яндарында барлыҡҡа килеүсән. Ҙур булмаған тиҙлек менән барған саҡта тормозға саҡ ҡына баҫып, юл торошон тикшереп ҡарағыҙ. Әгәр машина шыуып киткән кеүек булһа, тиҙлекте һиҙелерлек яйлатығыҙ.
- Алда барған автомобиль менән хәүефһеҙ ара һаҡлағыҙ. Тиҙлек сәғәтенә 60 километр булған осраҡта ул — 30 метр, 80 километр булһа — 40 метрҙан да кәм түгел. Дистанция — водитель өсөн хәүефһеҙлектең төп гарантияһы. Автомобилгә ни тиклем ныҡ яҡынлаһағыҙ, күренеш шул тиклем тарая, ә хәүефһеҙлек өсөн иң мөһиме — мөмкин тиклем алыҫыраҡ араны күреү. Әгәр алда барған машина ҡапыл тормозға баҫһа йәки төрлө яҡҡа тая башлаһа, уны урап үтеү йә иһә туҡтау өсөн урын кәрәк буласаҡ, ә ҡыҫҡа дистанцияла быны эшләү ҡатмарлы.
- Тайғаҡ юлда йәки ҡар яуғанда тиҙлекте һиҙелерлек кәметегеҙ һәм һулаҡай рәттән ситкә шылығыҙ. Аварияға ҡаршы әҙерлек буйынса инструкторҙар бөтә Европала билдәле ҡағиҙәне тоторға саҡыра: «Ҡар яуған мәлдәге тиҙлек алғы күренеш метрҙарынан артыҡ булмаҫҡа тейеш». Мәҫәлән, максималь күренеш 40 метр булһа, тиҙлектең сәғәтенә 40 метрҙан артмауы шарт.
- Аҡыллы электроникаға һалынмағыҙ. Заман машиналары тотороҡландырыусы электрон системалар менән тәьмин ителгән һәм улар, ысынлап та, хаталарҙы төҙәтеүгә ярҙам итә. Әммә юлдарҙа боҙ ҡатламы булғанда был система файҙаһыҙға әйләнә. Шуға күрә уға үҙеңдең ғүмереңде һәм именлегеңде ышанып тапшырырға кәңәш ителмәй.
- Рулде талғын, йомшаҡ ҡына итеп бороғоҙ. Газ педаленә лә шундай уҡ мөнәсәбәт талап ителә, сөнки ҡапыл баҫһаң, машина тайып китеүе ихтимал. Әгәр тура юлда автомобилдең артҡы өлөшө «уйнай» башлаһа, уны рулде уңға һәм һулға етеҙ рәүештә борғолап, тигеҙләп алырға мөмкин.
Ҡар яуғанда машинағыҙҙы даими таҙартып тороғоҙ
Нисек кенә ҡыйын булмаһын, тәҙрәләрҙе, фарҙарҙы таҙартыу менән генә сикләнмәгеҙ. Автомобилдең өҫтөн дә яҡшы итеп ҡарҙан таҙартыуҙы ғәҙәт итеп алығыҙ. Бәләкәй генә ҡар өйөмө лә авария осрағына сәбәпсе булыуы ихтимал. Машинаның өҫкө өлөшө йылыныу менән ҡар ҡатламының аҫты ирей һәм тормозға баҫҡан саҡта ҡар өйөмө алғы тәҙрәгә килеп төшөп, водитель өсөн күренеште тулыһынса ҡаплай.
Читайте нас: