Тиҙҙән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлда туҡтатылған водителдәрҙең хәл - торошон урында уҡ билдәләү өсөн яңы прибор аласаҡ. Рәсәй Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ буйынса начальнигы Михаил Черников билдәләүенсә, был алкотестер түгел, ә индикация сараһы аша спиртлы эсемлектәрҙән тыш, наркотик йәки психотрон мәтдәләр ҡулланыуҙыла асыҡлай алыусы прибор. Киләсәктә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген яҡшыртыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ, тип ул.