0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Ноябрь 2020, 12:31

Янғынға ҡаршы әҙерлек тикшерелде

Асҡарҙағы «Магнит» магазинында янғын хәүефһеҙлеге буйынса күнекмә үткәрелде.

Шартлы «легенда»ға ярашлы, супермаркеттың һыуытыу ҡоролмаһының төҙөк булмауы арҡаһында бина эсендә янғын сыға. Быны магазинда эшләүсе хеҙмәткәр күреп, «112» һандарына шылтырата һәм берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итә. Ваҡиға урынына тиҙ арала килеп еткән 61-се янғын һүндереү хеҙмәте ҡарауылы бинала булған кешеләрҙе эвакуациялау сараһын күрә һәм утты һүндерә.
Отделение командиры Айнур Ласынов әйтеүенсә, янғын һүндереүселәрҙең етеҙ һәм берҙәм эше, супермаркет хеҙмәткәрҙәренең тәғәйен ҡағиҙәләргә таянып эш итеүе һөҙөмтәһендә шартлы утты ҡыҫҡа ваҡытты туҡтатыу мөмкин була.
— Күнекмәлә янғын һүндереү часының ике берәмек техникаһы, «Ашығыс ярҙам» хеҙмәткәрҙәре һәм хоҡуҡ һаҡсылары, район электр селтәрҙәренең һәм газ хеҙмәтенең берәр машинаһы ҡатнашты. Был бина 1978 йылда төҙөлгән, ул 1000 квадрат метр майҙанды биләй, тыштан профнастил менән көпләнһә, эстән йылытыу материалдары ҡулланылып нығытылған, икенсе ҡатында төрлө ойошмаларҙың офистары урынлашҡан, шуға уны тиҙ арала ялҡын ялмап алыу ихтималлығы бар, — ти часть начальнигы Сергей Мелекесов. — Ут һүндереүселәрҙең әҙерлеген генә түгел, мөһим сауҙа, социаль объекттарында эшләүселәрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеүен тикшереү өсөн бындай күнекмәләр артабан да дауам итәсәк.
Читайте нас: