...машина аҫтына эләкмәҫ өсөн- Ямғыр, ҡар яуғанда, юлдарҙа боҙ булғанда автомобилдең тормоз юлы бер нисә тапҡырға арта. Хәрәкәт иткән машина алыҫ, сығып өлгөрәм тип уйламағыҙ, уны үткәреп ебәргәс кенә юл аша сығығыҙ.- Юлға үтә яҡын бармағыҙ, йәйәүлеләр өсөн тәғәйен урындарҙа ла юл аша йүгереп сыҡмағыҙ. Ғәҙәттә, машинаның тәгәрмәсе аҫтынан ваҡ таштар йәки боҙ киҫәктәре осоп сыға, ә юлдағы епшек ҡар аҫтында соҡорҙар йәшеренгән була. Һеҙҙе урап үтеү өсөн водитель рулде киҫкен рәүештә бороп, юлдан ситкә сығып китеүе ихтимал. Тротуарҙың ситенән атларға тырышығыҙ, сөнки уның уртаһы тайғаҡҡа әйләнеүсән. Тайып йығыла ҡалһағыҙ, юл ситендәге ҡар өйөмө көслө бәрелеүҙән һаҡлаясаҡ. - Балағыҙҙың кейеме сағыу – аҡ, һары, ҡыҙыл төҫтәрҙән торһон. Күренеште ҡаплаған ҙур көләпәрәле кейемгә өҫтөнлөк бирмәгеҙ. Йөҙ һум аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ – яҡтылыҡты сағылдырған билдә һатып алып беркетегеҙ. Улар алыҫтан күренә һәм юл-транспорт ваҡиғаһы хәүефен 85 процентҡа кәметә. Водителдәр яҡшы күрһен өсөн бындай элементтарҙы ерҙән 80 – 100 сантиметр өҫтәрәк тәңгәлгә ҡуйығыҙ.
...йығылып, берәй ереңде һындырмаҫ өсөн- Һауа температураһының киҫкен үҙгәреше арҡаһында ҡыш көнө урамдар катокка әйләнә. Ҡолап имгәнеүҙән һаҡланыу өсөн рельефлы резина табанлы, тәпәш үксәле йәки бөтөнләй үксәһеҙ аяҡ кейеменә өҫтөнлөк бирегеҙ. - Аяҡ кейеме һәм хужалыҡ тауарҙары магазиндарында тайғаҡ мәлдә аяҡ кейеменең үксәһенә йәки башына кейҙерә торған ҡулайламалар һатыла. Улар тайып йығылыуҙан һаҡлай, хаҡы – 200–600 һум. Был әйбер бигерәк тә оло йәштәгеләр өсөн файҙалы, сөнки улар йыш ҡына тайып ҡолап, ауыр тән йәрәхәттәре ала. - Боҙло юлда аяҡтарығыҙҙы яурындан саҡ ҡына киңерәк итеп ҡуйығыҙ һәм алғараҡ эйелеп, бәләкәй генә аҙымдар менән атлағыҙ. Аяҡтың осона түгел, тулыһынса табанға баҫығыҙ. Ситтән ҡарағанда был хәл ҡыҙығыраҡ күренһә лә, уның ҡарауы өйөгөҙгә имен ҡайтып етәсәкһегеҙ. - Ҡулығыҙҙы кеҫәгә тыҡмағыҙ, уларҙы самолет ҡанаты ише ян-яҡҡа һуҙып атлау хәүефһеҙерәк. - Әгәр йығылып барһағыҙ, ҡулығыҙ менән тәнегеҙҙе ҡаплап, ҡырын ҡоларға тырышығыҙ. Ошолай иткәндә йәрәхәт алыу хәүефе кәмей. Әгәр алға табан, йөҙтүбән ҡолаһағыҙ, ҡулығыҙҙы бөгөлгән килеш күкрәк тәңгәленә ҡуйып өлгөрөгөҙ. Ҡулдар тура булһа, уларҙы һындырыу ихтималлығы ҙур. Әгәр артҡа табан йығылһағыҙ, терһәктәрҙе һаҡлағыҙ, ҡулдарҙы мөмкин тиклем ике яҡҡа йәйеп, өҫкәрәк күтәрегеҙ, эйәгегеҙҙе күкрәккә ҡыҫығыҙ.
...туңмаҫ өсөн- Урамда йылы һауа температураһы булып, көслө ел һәм юғары дымлылыҡ күҙәтелгән осраҡта ла туңыу ихтималлығы бар. - Һалҡында урамға сығыр алдынан юғарыраҡ калориялы ризыҡ ашағыҙ. Был энергияны һаҡлауға булышлыҡ итәсәк. Ә бына эҫе һәм иҫерткес эсемлектәр эсергә ярамай: улар тамырҙарҙы киңәйтә, тән йылыһы тиҙ юғала һәм кеше өшөй. - Әгәр алыҫ араға йөрөп килергә кәрәкһә, металдан эшләнгән биҙәүестәрегеҙҙе сисегеҙ. Улар һалҡын тартып, тәнде өшөтә. Кейемегеҙ ни тиклем күберәк ҡатлы булһа, йылы шул тиклем яҡшы һаҡлана. Мәҫәлән, ныҡ ҡалын бер свитерға ҡарағанда ике йоҡа свитер кейеү һөҙөмтәлерәк. Кейемдең тәүге ҡаты тәнгә һылашып торорға тейеш. Аяҡ кейемегеҙ иркенерәк булһын, ҡыҫынҡы кейемдә аяҡ тиҙ өшөй. Бирсәткәгә ҡарағанда бейәләй күпкә йылыраҡ. Уларҙы өйҙән сыҡмаҫ элек кейегеҙ, шулай йылы нығыраҡ һаҡлана. - Танауығыҙ, ҡулығыҙ өшөһә, ҡапыл эҫе һыуға тыҡмағыҙ, ҡар менән ышҡымағыҙ, йылыныу әкренләп барырға тейеш.
...йортоғоҙ янып китмәһен өсөн- Һәр ҡорамалдың файҙаланыу ваҡыты була. Ғәҙәттә, ул – 10 йыл. Олатайығыҙ яһап биргән йылытҡыс ни тиклем ныҡ оҡшамаһын, уны «музейға тапшырып», яңыһын, замансаһын алырға кәрәк. Күпселек янғын осраҡтары тап шундай үҙаллы яһалған йылытҡыстарҙан сыға. Шулай уҡ эскән килеш өйҙә, түшәктә тәмәке тартыу ҙа – янғындарҙың йыш сәбәбе. - Розеткаларға бер юлы бер нисә ҡорамалды, айырыуса йылытҡыстарҙы ҡуймағыҙ. Сымдар көсөргәнеште күтәрә алмауы ихтимал. Бер ваҡытта ла электр йылытҡысты төнгөлөккә эшләтеп ҡалдыр-мағыҙ, уның өҫтөндә кер киптермәгеҙ.- Әгәр һеҙ аҙ тәьмин ителгән йәки күп балалы ғаилә булһағыҙ, күптән түгел сабыйығыҙ тыуһа, 55 йәштән оло булып, яңғыҙ йәшәһәгеҙ, бушлай янғын иҫкәрткесе алыуға хоҡуҡлыһығыҙ. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 272-00-24 (Янғын иҫкәртеү үҙәге). Әгәр ташламалы категорияға ҡарамаһағыҙ, һатып алырға ла мөмкин, ул ҡиммәт түгел. Йылына бер тапҡыр батарейкаһын алмаштырып торорға ғына кәрәк.